Юғалтыу. Тамара Искәндәриә

Юғалтыу (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Юғалтыу


Упҡын ситендәге бейеү –
Юғалтыу ҡатыш һөйөү.
Юғалтырыңды белгәнгә,
Ул, тиеп, янып-көйөү.

Миңә – ғүмерлек табыныу,
Ә һиңә – еңел табыш.
Һиңә бары күңел асыу,
Ә миңә – һағыш, һағыш...

Һиңә ҡиммәт ут сәсрәтер
Йөрәк дыуамаллығы.
Ә миңә йәл беҙ юғалтҡан
Бәхет ихтималлығы.