Юҡтыр, булмаҫ! Тамсы ышанмайым... Фирүзә Абдуллина.


Юҡтыр, булмаҫ! Тамсы ышанмайым... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 03.08.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Юҡтыр, булмаҫ! Тамсы ышанмайым,
Оноттом тип анттар итһәң дә,
Күҙҙәремдә һөйөү сатҡылары
Сағылыр тип өмөт итһәң дә…

Онотҡандар анттар итмәй инде,
Тыныс ҡына йәшәй артабан,
Онотҡанын иҫбат итер өсөн
Килмәй улар ҡабат, ҡайтанан.

Яратам тип анттар иткәйнең дә,
Көтмәгәндә ташлап киткәйнең,
Ғорурлыҡты ергә һалып тапап
Ялыныр тип өмөт иткәйнең…

Ялынырға кәрәк булғандыр шул –
Яҙмышыңды ятҡа бәйләнең…
Ниңә шулай мине утҡа һалдың,
Кире килер булғас әйләнеп?

Бер һүҙемдән генә тоҡанырға,
Ҡоро сыра кеүек, әҙерһең,
“Ә мин онотманым,”- тиһәм әгәр
Хыянатһыҙ нисек түҙерһең?

Һөйөүемә иткән хыянатың
Үҙ-үҙеңә булды хыянат,
Һуңға ҡалдыҡ инде төҙәтергә,
Сығармайыҡ илгә яман ат.

Йәлләйем дә…Нимә ҡылайым һуң?
Һине, мине, үткән ғүмерҙе,
Йәлләйем мин беҙҙең яртыларҙы…
Тоҡандырма һүнгән күмерҙе!

Көтәһеңме минең бер һүҙемде,
Күҙҙәремдән алмай күҙеңде?
…Хуш бул! Йәшә, ҡалған ғүмереңде
“Оноттом!”- тип алдап үҙеңде.