Юҡ. Шәйехзада Бабич

Юҡ (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1915.


Юҡ


Атланым — эҙ юҡ,
Баҡманым: йөҙ юҡ;
Боҙланып күңелем,
Сатнаным: ҡыҙ юҡ.
Йәшлектән ләззәт
Тапманым: тоҙ юҡ.


1915