Ялҡауҙарға булһын(шиғыр). Айһылыу Йәғәфәрова

Ялҡауҙарға булһын (Шиғыр)
автор Айһылыу Йәғәфәрова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ялҡауҙарға булһын


Ал таң атыу менән, әтәс
Яңғырата бар яҡты.
Себештәрҙе уята ул:
— Эй тороғоҙ, таң атты!..
Күнегеүҙәр яһағыҙ ҙа
Тиҙ генә йыуынығыҙ.
Ашағандан һуң баҡсала
Эшләргә йыйынығыҙ.
Себештәр, сипылдап көлөп,
Аяҡтарына баҫты,
Йоҡо ялҡауҙарға булһын,
Эшсәндәргә таң атты.
  
 


1996 йыл