Ямантау (заман сеңләүе). Гүзәл Ситдиҡова

Ямантау (заман сеңләүе)



Ай Ямантау, Ямантау,
Яманаты ҡалған тау,
Ен-бәрейҙе батырҙар
Турап-бурап һалған тау.
Йәй еткәс тә башында
Боҙҙар ятыр Ямантау,
Түбәһенә үрләһәң,
Таштар атыр Ямантау.
Һыу ғынаһы - ыу ғына,
Һый ғынаһы - ҡый ғына.


Ямантауҙа убыр яна,
Убыр яна төндәрен,
Ишетелеп ҡала икән
Ығы-зығы өндәре.
Ай, ҡуҙғала Ямантау, тип,
Шиккә төшә бабайҙар,
Боронғоноң тыйыуҙарын
Иҫкә алып ҡарайҙар:
«Ямантауға ҡағылмағыҙ -
Ут атылыр төбөнән,
Турағандан ҡалған ендәр
Сығыр тағы өңөнән.»
Ямантауҙа убыр яна,
Убыр яна туҡтауһыҙ,
Яу тауыштары яңғырай
Тирә-йүндә һис яуһыҙ.
Ен-шайтандар сыҡты, тиеп,
Һыҡрана аҡһаҡалдар,
Ямантауҙа хәтәр бар, тип,
Ямантауҙа хәтәр бар.


Ен туйымы -
Дөбөр-шатыр
Урал өҫтө,
Күк көмбәҙе
Түңкәрелеп
Ергә төштө.
Ҡар тауҙары ҡапыл иреп,
Иҙел ҡалҡты,
Аҡтарылып-ҡуптарылып
Йорттар аҡты.
Шүлгән геүләй,
Шүлгән олой,
Төпһөҙ күле
Күк томанын
Күк төтөндәй
Тора бүлеп.
Убыр төшә
Мәмерйәнең
Ауыҙына,
Тауыш килә -
Дөбөр-шатыр
Урман һына:
- А-а-а-а, Шүлгән,
Һинме ни - үлгән,
Уян,
Торғандыр буш
Меңәр йылдар
Ояң!
Беҙ - иректә,
Беҙ - ҡотолдоҡ
Әсирлектән,
Уян, әйҙә,
Ерҙә беҙҙең
Дәүер еткән.


Шүлгән әммә ҡыбырҙамай -
Бикле ҡапҡа,
Ендәр оса, йөндәй туҙып
Тирә-яҡҡа -
Ҡорбан эҙләп, өй беренсә
Ҡағып ҡапҡа.
Әҙәм һыны алған булып
Йөрөй ендәр,
Күҙ алдында ишәйәләр -
Меңдәр, меңдәр...
Иҫәпкә лә бирелмәйҙәр,
Юҡтыр һаны,
Билбауҙарҙа турһыҡ тулы
Януар ҡаны.
Башҡорт - асыҡ,
Йөҙө - асыҡ,
Ишек - асыҡ,
Алдана ла
Ҡала күптәр
Ауыҙ асып.
Әҙәмдәрҙе
Өҙмәй-ҡуймай
Шайтан һыйлай,
Януар ҡанын
Маҡтай-маҡтай
Оло һыйҙай.
Кем бирешә -
Хайуан һыны
Ала тора,
Аҡылынан
Яҙып китеп
Донъя ҡыра.
Өйҙән-өйгә
Күсеп йөрөй
Ен туйҙары,
Шайтанға мал
Булды әҙәм -
Ен ҡуйҙары.
Аңра һарыҡ
Төҫлө улар
Миңрәп бөтә,
Турһыҡ асып
Ҡан биргәнде
Мөңрәп көтә.
- Уянмаһаң,
Ят, Шүлгән, - тип
Кешнәй ендәр.
- Һинең ише
Бәндәләр күп -
Тилерһендәр.
Ә Уралды
Онтап-ҡырып
Көл итербеҙ,
Урынында
Ҡомло-ташлы
Сүл итербеҙ.


Әммә Урал батыр түле
Юғалмаған, ҡалған икән,
Йәншишмәләр кипкән тиеп
Илаулауҙар ялған икән.
Батырҙарҙан ҡалған тоҡом
Ен-шайтанға ҡаршы тора,
Саф күңелдән, саф уйҙарҙан
Саф гәлсәрҙәй диуар ҡора.
Убыр-бәрей - яҡтылыҡтан
Өркә торған зат-зәүрәттән,
Ҡараңғылыҡ - улар дуҫы,
Ҡара уйлы - ен әүрәтә.
Гәлсәр диуар яман затты
Күрһәтә лә ҡуя үтә.
...Ен-шайтандар кәңәшергә
Ямантауға кире китә.


 -Ағай, ағай, рәхәт миңә,
Осам бейек-бейектә,
Сихри ҡоштар урап алған,
Йылҡылдаша кейектәр.
Мәңге күрмәгән урмандар,
Хуш еҫ бөрккән үләндәр,
Мең-мең төҫлө күбәләктәр,
Йым-йым итә еләндәр.
Ниндәй сихри батшалыҡҡа
Осоп ингәнбеҙ, ағай!
Тик...
Ҡайҙан һуң бынау бушлыҡ?!
Туҡтасы, ағай, һағай!
А-а-а-а-а-а-а-а-а!
Ҡайҙа беҙ? Һыҙлана тәнебеҙ...
Ҡайҙа беҙ? Һыҙлана йәнебеҙ...
Энә...
Ҡайҙа энә?!
Ожмахта инек бит
Әле генә.
Ағай, һин ... һин - яҡшы, һин - йомарт,
Түгелһең миңә бит төптө ят,
Һыҙлана бар тәнем - түҙмәҫлек,
Бир өлөш, бир инде - үлмәҫлек.
- Үҙ кешең, Лару, мин, мин генә,
Тик һиңә үтәргә бар шартым:
Хазина һандығың асып ҡуй,
Бүләккә, шөбһәһеҙ, бар яртым.
- Бик ҡыйбат һорайһың, ағаҡай!
- Мәйелең! Асмаһаң, торма, тай!
Асыла йоҙаҡлы ҡапҡалар,
Асыла хазина һандығы...
Тамырға ҡаҙала энәләр -
Ҡандыра нархуштар танһығын.
Ус ышҡып һөйөнә шайтандар:
Табылды ярҙамсы - героин.
Әүерелә көсһөҙгә баһадир,
Әйләнә меҫкенгә геройың.
Шау гәлсәр диуарҙар онтала,
Ҡанбаба һүҙҙәре онотола -
Дәүәйгән ғифриттәр ауыҙына
Йотола бишектәр, йотола.


Ен туйы туҙына юлдарҙа,
Ен туйы туҙына күктәрҙә,
Океан төптәрен аҡтара -
Юҡ кәртә, юҡ йүгән, юҡ пәрҙә.
Юл буйын ҡаймалай ҡәберташ,
Һыу төбө - йөҙҙәргә ҡәберлек,
Күктәрҙән тәкмәсә осаҡтар -
Ниңә һин, әҙәмкәй, йәберле?!
Иҫләсе, ни әйткән бабалар -
Һәр сиргә бар, тисе, дауалар,
Бысраҡҡа батҡан бит донъялар,
Бысраҡҡа батҡан бит һауалар.
Кем йыуыр, кемдәр һуң таҙартыр,
Күңелгә садәлек таратыр?!
Һалышма, әҙәмкәй, күршеңә,
Күңел һал изгелек эшенә.


- Бер йәшәргә килгәнмен мин
Фанилыҡҡа,
Борсомағыҙ, йонсотмағыҙ
Ерле юҡҡа,
Һеҙ - ер ҡорто, соҡсоноғоҙ
Тиреҫлектә,
Мин йәшәргә теләйем тик
Иреклектә.
Давай, шнурок, давай аҡса,
Кәрәк доза, -
Лару, һумлыҡтар таптырып,
Йөҙөн боҙа.
- Улым, һиңә һөйөнгәйне
Бар затыбыҙ,
Шатлығыбыҙ, гүйә ине
Пар атыбыҙ.
Елеп кенә үтеп торҙоҡ
Ҡыйынлыҡты,
Ниндәй ҡарғыш төштө беҙгә,
Ҡәһәр һуҡты?!
Ел ҡаҡтырмай, ҡар һуҡтырмай
Иркәләнек,
Ҡайғыларҙан-хәсрәттәрҙен
Кәртәләнек.
Өйҙә бер тин ҡалманы бит -
Ҡола ялан,
Юл яҙҙырҙы кемдәр һине,
Балам, балам!
- Йортоңдо һат, ҡарт албаҫты,
Бул тиҙерәк,
Йә - өй, йә - мин,
Доза кәрәк,
Доза кәрәк!


Яр буйында һығылып илай
Меҫкен әсә,
Нисә көндәр, нисә айҙар
Күҙ йәш эсә.
Йорт-маҡамы таратылып
Бөттө инде,
Ғүмеркәйе заяларға
Китте инде.
Бер таш ҡыҫып ҡосағына
Әй бәүелтә,
Сабыйындай күреп, шуға
Уйын һүтә:
- Йән генәмде күккә сөйөп
Шатланырған
Балам-балам,
Төштә күрмәҫ аҡбуҙатҡа
Атландырған
Балам-балам.
Ҡара болот баҫҡанында
Хафалаған
Балам-балам,
Ай-ҡояштай балҡып сығып
Сафалаған
Балам-балам.
Яттар бәргән ташты ҡомдай
Ватыр ҡаяң
Булһам, балам,
Һин атҡан ҡом таштай тейә,
Атаң ая,
Әсәң ая,
Балам!»
Йәше менән йыуып ташты
Һыуға һала,
Ҡуйынына әсәне лә
Йылға ала.


Теҙелгән яңы ҡәберҙәр -
Таштарында һандар һаран:
Бынау - ун һигеҙҙә үткән,
Ҡырҡта берәү китеп барған.
Байтағына утыҙ ҙа юҡ,
Күпселеге - ир-егеттәр -
Элмәккә башын тыҡҡандар...
Ярҙам итмәгән өгөттәр.
Ендәр йөрөй ҡәбер иҙеп,
Һөйөнөстән йырлап-бейеп,
Кәмей, тиеп, Урал заты,
Ҡала беҙгә монаяты.
Беҙ - артабыҙ, Урал - сүгә,
Беҙ - артабыҙ, улар - кәмей,
Кәмей-кәмей, кәмей-кәмей,
Беҙ - артабыҙ, улар кәмей.
Яу менән алалмағайныҡ,
Һан менән алдырабыҙ,
Ҡайҙа - хәйлә, ҡайҙа - мәкер -
Ҡаҡ ергә ҡалдырабыҙ.
«Китегеҙ, убыр-шайтандар,
Уратмағыҙ ян-яҡлап,
Әсәй менән һуңғы тапҡыр
Ҡалдырығыҙ аулаҡлап».
Ҡәбер өҫтөнә һығылып
Лару илай йән-асыу,
Үкенестәр, тәүбәләре
Уятырмы намыҫын?!

  • * *

« Атай, аңланым хатамды,
Ғәфү итсе,
Артта ҡалды барыһы ла-
Үтте - китте.
Мин бит бик тыңлаусан инем,
Булдым ипле,
Хаталарға бүтән ҡайтмам,
Ҡапҡа - бикле.
Атай, үҙең шайтан һыуын
Уртламаһаң,
Ирлек шулдыр, тип күңелгә
Ҡорт һалмаһаң,
Ылыҡмаҫ та инем, бәлки,
Нархушлыҡҡа.
Йәм эҙләнем,
осоп төштөм
Йән бушлыҡҡа.
Ҡыҙыҡ өсөн генә башлап
Ҡаптым ауға...
Ант итәмен, бүтән булмаҫ
Тауыш-ғауға.»
Ата һәм ул икәү генә
Бөгөн кисен,
Ҡайта-ҡайта һыҡтанылар
Тыймай хисен.


 - Атай, нимә ул СПИД?
- СПИД? Ниңә һорайһың?
Ниңә былай ҡурҡып ҡарайһың?
- Юҡ та... Былай ғына... Ҡыҙыҡ бит...
- Ҡыҙыҡ! Аллам һаҡлаһын!
- Ә ВИЧ? Ул бит - СПИД түгел?
Үтәлер бит доза алмаһаң?
Атай, ВИЧ бит...ВИЧ бит - СПИД түгел?


Ендәр бейей энә өҫтөндә,
Хәнйәр кеүек ялт-йолт энәләр,
Берәм-берәм нархушханаға
Үҫмерҙәрҙе алып инәләр.
Лару башын баҫып ултыра,
Доза менән ҡанын тултыра.
- Әй, һылыуҡай, һиңә өйләнеп
Уллы-ҡыҙлы булырмын тиеп
Тотҡайным ниәт,
Киләсәккә юлдар ябылды,
Үлем миңә, һиңә һарылды,
Беҙ - тереме, әйт!
Беҙ - тере мәйет,
Беҙ - тере мәйет.
- Лару, нишләнек,
Лару, нишләнек,
Бәлки, төштөр был,
Бәлки, төштөр был,
Бәлки, төштөр...
-Юҡ, һылыуым, юҡ,
Үкенһәк тә беҙ,
Үкһеһәк тә беҙ,
Был - ысынбарлыҡ.
Өн был ҡурҡыныс.
Тик бер юл бары...
- Киттекме?
- Киттек.
- Остоҡмо?
- Остоҡ.


Йомолмай ғифриттең ауыҙы -
Йотола бишектәр, бишектәр,
Шар асып ҡуйыулы ҡапҡалар,
Шар асып ҡуйыулы ишектәр.
Ен-шайтан таратҡан турһыҡтар
Өй һайын тиерлек табында,
Ни генә төҫтә юҡ эсемлек -
Ул ҡыҙыл, ул һары, ағы ла...
Ағыла эсемлек, ағыла.
Ихтыяр юйылғас әҙәмдең,
Фарманын тарата ен-убыр,
Ни ҡушһа - шул үтә, үтәлә,
Ҡасан был мәхшәрҙе ер убыр?!
Отолмаҫ ҡиммәттәр отола,
Һатылмаҫ ҡыҙҙары һатыла,
Энәгә тағылып мунсаҡтай,
Йәш быуын онтала, ватыла.


- Лару артыҡ доза алған...
- Жанночкаһы ла...
- Деми, Серый, Нур, Аннета,
Светка тағы ла...
- СПИД...
- Һөйләмә юҡты,
Йөрәгем ҡупты.
- Ысын, ысын.
- Ҡуйсы, ҡуйсы.
- Тимәк, беҙ ҙә...
- Нисек?
- Эҙһеҙ үткән тиһеңме ни
Күңел асыуҙар:
Дөйөм түшәк, дөйөм энә,
«Кайф»тан
Күккә ашыуҙар?!
- Аһ, булмаҫ,
Беҙгә бит бары - ун алты...
Тимәк, барыһын,
Барыһын юғалттыҡ?!


Ер-һыу илай ҡыҙҙар,
Һыуҙар таша,
Өйөрөлөп туҙа ғәрәсәт,
Унда - янғын,
Бында - катастрофа -
Тауҙар илай, тетрәй Әрәсәй.
Иламағыҙ, тауҙар,
Һеҙҙең затҡа
Гөрһөлдәүҙәр генә төҫ бит ул,
Аяғүрә килеш үлә белеү
Тау ататыр мәғрур көс бит ул.
Телгеләнә инде бәғерегеҙ,
Тулып торғас гәүһәр-яҡутҡа,
Һындырыла инде һырттарығыҙ,
Кемдәргәлер кәрәк ваҡытҡа.
Йылан төҫлө ҡайнап-бөгәрләнмәй,
Бер шаңдай ҙа шыма тауҙарым,
Ҡымшанмайҙар,
ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп
Таш-тамырҙар тота, бауланып.
Онтай-онтай байлығығыҙ талап,
Бейек тиеп юлдан алһалар,
Иламағыҙ, тауҙар,
аямаҫтар,
Урынығыҙҙа упҡын ҡалһа ла.
Көс күрһәтмәй, уттар атмай тороп
Һанланылмаҫ тауҙар, йәлләнмәҫ.
...Тау икәнен тауҙар танытырға,
Иҫбатларға тейеш мәлдән-мәл.


Тау үренә яңғыҙ сал ир үрләй,
Абына ла тора һаманса.
- Лару, Лару, ҡуштым икән ниңә
Шундай исем,
имеш, заманса.
Урал тиеү кәрәк булған да бит,
Атағанбыҙ төптө киреһен.
Яман көстәр, ахыры, шуға еңде -
Биреп бөттөм инде биререм.
Улым да юҡ, малым, бисәм дә юҡ,
Барыһын алды төпһөҙ Ямантау,
Уянмайһың, ниңә, Урал батыр,
Уян, батыр, ишет,
уян, ау!
...Һөрлөгә лә меҫкен, ауа ташҡа,
Таш тигәне баштар икән бит,
Быныһы - Лару, быныһы - Жанна, Света,
Айвар, Анна, Яшка икән бит.
Уба-уба кәүҙә - кем тураған,
Урғандыр һуң ниндәй Ғазраил?!
Ҡайҙан ғына килә бәлә башы,
Асырғанып кемде ҡарғай ил?
Күҙ алдында уба үҫә бара,
Тәнтерәкләп сират теҙелгән -
Кемдә - «ломка», кемдә - «бахмур» ләғин...
Арҡа һөйәктәре иҙелгән.
Япа-яңғыҙ ҡалған йәтимәк ир
Ҡото осоп баға ян-яҡҡа -
Аяҡ аҫта хәҙер баш та түгел,
Йылҡылдашып аҫыл таш ята.
Иң бейектә Иблис ҡоторона:
-Байлыҡ - миндә, тимәк, мин - солтан!
Яулап алдым, һине, Урал бахыр,
Батырлығың ҡайҙа,
э-е-ей,
эй олтан!
Күкрәп ҡуя шул саҡ мәғрур тауҙар,
Күпер булып йәйғор ҡабына.
Урал, ахыры, ишеткәндер уны,
Уяныр ҙа - баҫыр һағына!
Юҡ, һүнмәгән әле Урал рухы,
Юҡ, һүнмәгән башҡорт асылы,
Ҡаны менән һуғарылған ерҙе
Ятҡа бирмәҫ ирҙәр аҫылы.
Аҡбуҙатын менеп, оран һалыр
Һәм яңыртыр рухлы хәтерҙе,
Алып ташлар иңгә баҫҡан ташты,
Еңеп сығыр хәйлә-мәкерҙе.


Ил-йортом тип йәнен бирмәҫ
Башҡортмо ни,
Рухын һатҡан йә булмаһа
Манҡорттор ни.
Өҙөлөп тә кит ә ҡайсаҡ
Эйәр-өпсөн,
Тап һин дарман, ат өҫтөндә
Ҡалыр көстө.
Берәү көтә - бысаҡ әҙер
Ат салырға,
Берәү көтә - баш осоңа
Таш һалырға,
Ауыҙ йәйеп, тамашалар
Көтә кемдер.
Ял-кикелгә әүерел дә
Атың елдер,
Аттан осҡан - башҡорт түгел,
Түгел!
Түгел!







2012