Ямғыр(шиғыр). Гөлфиә Юнысова

Ямғыр (Шиғыр)
автор Гөлфиә Юнысова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ямғыр


 Килде лә болот,
 Күк йөҙө тулып,
 Ергә һибелде
 Тамсылар булып.
 Кемдер, дөбөрләп
 Күккә ут яҡты,
 Яҡтыртып ҡапыл
 Бар тирә-яҡты.
 Асыулы ямғыр
 Ҡоя ла ҡоя.
 Тиҙ генә утты
 Һүндереп ҡуя.


1996 йыл