Ямғыр яуа. Фирүзә Абдуллина.


Ямғыр яуа. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 04.08.2014. Нәшер ителгән: 07.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Ямғыр яуа


Ямғыр яуа шабыр-шабыр…
Булайыҡсы, зинһар, сабыр!
Оҙаҡмы ни болот-айғыр
Ҡойроҡ-ялын болғап сабыр?

Гөрләп-шаулап яуып үтер,
Һәр тамсыһы һеңеп бөтөр,
Йылдар буйы сарсап-кипкән
Еркәйебеҙ рәхмәт әйтер.

Онотмайыҡ: нисә йылдар
Ямғыр һорап зар-интизар
Теләк теләп, көткән инек,
Өмөт өҙөп бөткән инек…

Яуһын әйҙә, яуһын ямғыр!
Тиҙҙән ҡояш көлөп бағыр!
Байлыҡ яуа, муллыҡ яуа!
Булайыҡсы, зинһар, сабыр…


04.08.2014