Янмай икән... Фирүзә Абдуллина.


Янмай икән... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 17.05.1980. Нәшер ителгән: 22.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Янмай икән...


                 
Үлеп ғашиҡ булдым,
                   янып, ярһып!
...Мәшәҡәттәр ҡайҙа булғандар?
Бөтәһе лә шаттар, бәхетлеләр,
Бөтәһе лә матур, уңғандар!

...Бөгөн, айнып китеп,
                       күҙем асһам,
Шатлыҡтарым ҡайҙа булғандар?
Элеккесә һаман кешеләр ҙә,
Мәшәҡәттәр көтөп торғандар,
Янмай икән, янмай донъялар...


17.05.1980