Ян, бисара йән... Шәйехзада Бабич

АПТЫРАҒАН МИНУТТАРҘА (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1915.


АПТЫРАҒАН МИНУТТАРҘА Мең төрлө уй, ҡатты баш, Ни эшләргә лә аптыраш: Яртым яна, яртым туңа, Йәнем үлде яртылаш. Ҡаҡты тулҡын, аҡты йәш,, Һүҙҙә ләғнәт, күҙҙә хәсрәт, Эстә дәһшәт, ҡалтыраш. (Булмай шул эш буталғас — Мәсет таш, мулла йүкағас!) Юл батҡаҡ вә лайла, Ҡул-аяҡ бығауҙа, Ҡыймылдап булмай ҙа! Вә!.. хәсрәт, вә вәйла! Ут йөрөй үҙәктә, Эс яна дозахта, Урғылып ялҡындар, Тоташты йөрәккә. Йондоҙом өмөтһөҙ, Күҙ илай өҙлөкһөҙ. Ҡаҙалһын донъяһы — Күңелгә ҡыҙыҡһыҙ. Ян, бисара йән, Там, ҡап-ҡара ҡан, Көлһөн бөтә йыһан Шәйехзада бисаранан! Дозах — йәһәннәм. © Шәйехзада Бабич. 1915 йыл.


1915