Япраҡ һәм тупраҡ. Гүзәл Ситдиҡова

Япраҡ һәм тупраҡ



Ергә түгел, һауаларға
Сөйә ағас япрағын,
Улары иҫләп тә бирмәй
Туйындырған тупрағын,
Бары үргә ынтылалар,
Сат-тәлгәшкә һыйынып -
Сабыйы бит - күтәрмәләй
Ағас- әсә ҡуйыны.
Яҙын, йәйен - тик үрҙәрҙә,
Тупраҡ - алыҫ,түбәндә...
Әммә мәле килеп етә -
Өҙөлөп төшөр мәлдәр.
Өҙөлөп төшә лә улар
Тыуған тупраҡҡа ҡайта,
Туйындырған ер-мәҡамға
Туйымлыҡ булып ята.
Яҙын йәнә бөрө бүртер,
Йәнә ҡалҡыр юғары,
Улар тоймаҫ - аҫтан ғына
Ҡеүәт биргән ер барын.
28.09.13


2013