Яратҡандар яратыуға мохтаж…Фирүзә Абдуллина.


Яратҡандар яратыуға мохтаж… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2009. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Яратҡандар яратыуға мохтаж,
 Яратҡандар мохтаж яҡлауға,
 Яратҡанды рәнйетеүе еңел,
 Яратҡанды кәрәк һаҡларға.

 Күпме кеше тирә-яғыбыҙҙа-
 Яратҡандар ғына һанаулы,
 Былай ҙа бит инде күңелебеҙ
 Бөтөн түгел - йыртыҡ-ямаулы…

 Был донъяла беҙҙе яратҡандар
Бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ҡалдырмайыҡ инде хәтерҙәрҙе,
Ҡалманы бит инде ямарлыҡ.

Яратҡандар ғына яралана,
Яратмаған өсөн яра юҡ,
Шуныһы йәл: беҙҙе яратҡанды
Үҙебеҙҙән һаҡлар сара юҡ…