Ярты алма

Ярты алма (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (51-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Ярты алма


Ҡырҡылған алма шикелле–
Егет, ҡыҙ – ике ярты,
Өйләнешкәс, әйтәләр бит:
“Үҙ яртыларын тапты!”

Ярты күңел,
ярты өмөт,
Ярты йән,
ярты аҡыл...
Тыумаҫ борон ниндәй даһи
Билдәләп ҡуйған хаҡым?

Бәхетем дә, иш тапмаһам,
Яп-яртымы ни минең?
Ярты йөрәк,
ярты теләк,
Ярты ғынамы һүҙем?

Бөтә күҙәнәгем тулып,
Нәфрәтем ошо һүҙгә
Түгелһә, ғәфү итегеҙ,
Ғәҙелһеҙлеккә түҙмәм!

Мин – ҡатын-ҡыҙ,
Тик бәхетем,
Уйым да, хыялым да
Үҙ яртым тап килмәгәнгә
Тормайсы ыуалырға!

Түп-түңәрәк һутлы алма –
Күңелем түгел китек,
Ал ҡулыңа ул алманы
Бөп-бөтөн генә итеп.

Йөрәгеңә ял алырлыҡ
Яҙ наҙына тулғанмын,
Ғүмер буйы һоҡланып та
Ҡарап туймаҫ булғанмын.

Бүлгеләмә.
Бөп-бөтөн мин,
Бер кем яртыһы түгел,
Ҡулдарыңдың йылыһынан
Нурланып балҡыр күгем,
Йәшәрер, йәшнәр үҙем!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.