Ярҙамсы. Гүзәл Ситдиҡова

Ярҙамсы




Иҙән йыуғыс миңә оҡшай
Оҙон булһа ла һабы.
Килтерегеҙ тик тиҙерәк
Йылы һыу менән һабын!
Хәҙер ялт итәм иҙәнде,
Бүлмәне йыйыштырам.
Башҡалар өй таҙартҡанда
Нишләп әле буш торам!
Тын алыуы иркенәйер
Иҙәнде йыуыу менән,
Микробтар шарылдап илап
Ағып китер һыу менән!


2012