Ярһынмаһа күкрәк. Шәйехзада Бабич

Ярһынмаһа күкрәк (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1914.


Ярһынмаһа күкрәк


Ярһынмаһа күкрәк йәшнәп, күкрәп,
Телдәреңдә ялҡын яна алмай.
Аһ ормаһаң һыҡрап, тетрәп-тетрәп.
Ҡулдарыңдан алтын тама алмай.


1914