Яуһа ни...(шиғыр).Р.Тойғон

Яуһа ни...(шиғыр).Р.Тойғон (Шиғыр )
автор Р.Тойғон
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Яуһа ни...


 Рәхимдең эшләгәнен
 Ҡарап тора атаһы.
 Ең һыҙғанып өҫтәл яһай,
 Ҡулда уйнай балтаһы.
— Бөгөнгә етер,— ти Рәхим,—
 Уйнарға китәм хәҙер.
— Былай булһа,— ти атаһы,—
 Эшләрһең йәйгә ҡәҙәр.
 Рәхим әйтә:— Иртәгә,— ти,—
 Бөтөрмөн әле төшкә.
— Бөгөн бөтөр,— ти атаһы,—
 Ҡар яуа ҡалған эшкә.
 Атаһының был һүҙенә
 Рәхим аптырап ҡалды.
— Ҡар яуһа ни, хәҙер яҙ бит,
 Ирер,— тип әйтеп һалды.


1996 йыл