Яу. Салауат Юлаев

Яу (шиғыр)
автор Салауат Юлаев
Сығанаҡ: http://blang.ru/writers.php?w=78


Яу


Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғаләм белгән уларҙы.

Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа,
Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы,
Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.

Ҡурҡмағандар сихырсынан,
Аждаһалай уҫал яуыздан,
Ен-пәрейҙең мәкер-хәйләһенән,
Йылан сәсә торған ағыуҙан.

Рухым күтәрелде минең дә,
Эйәрләнем мин дә атымды.
Дошман сафын тар-мар итергә
Изге яуға уҡтай атылдым.

Мин ҡыйраттым дошман сафтарын.
Өс йөҙ дошман һөжүм иттеләр.
Бик күптәре аяҡ аҫтында
Кәүҙәләрен тупраҡ иттеләр.

Яуыз дошман яуы эсенән
Атым алып сыҡтым аҡланға.
Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып, тәсбих әйтеп аллаға,
Изге яуға тағы барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.