Бригадир булып эшләгән олатайым Ҡола атын беҙҙең ҡапҡа төбөндә туҡтатты. Мин күтәрмәлә ултыра инем.
— Улым, кил әле. Һиңә колхоз эшен ҡушырға ваҡыт етте. Ҙурыраҡ малайҙар һабан һөрә. һин, улым, тары тырматырға барырһың, — тине ул. — Ат етешмәй... Ҡола ғына бушыраҡ.
— Хәҙер үк барабыҙмы?
— Эйе, улым. Хәҙер үк. Ер кибә. Тарыны фронт өсөн сәстек. Һуғышта йөрөгән атайыңа, ағайҙарыңа тары ярмаһы килешер.
Өйгә һә тигәнсе инеп, кепкамды кейҙем. Күтәрмә алдында Аҡҡолаҡ мине көтөп ултыра. Юлға сыҡҡанды әллә ҡайҙан белеп тора ул. Мин кырандасҡа менеп ултырҙым. Беҙ ауылдан юртып сығып киттек тә әрәмә буйлатып ҡына бер күлгә баҫып еттек.
Олатайым Ҡоланы туғарҙы, тик ҡамытын һалдырманы, кырандастан валик алып, ҡамыт бауына нығытып бәйләне.
— Тырма ҡайҙа һуң? Бында күренмәй бит, — тип өндәштем.
— Тырманы хәҙер әҙерләп бирәм, — тип, олатайым кырандастан балта алды. — Хәҙер киләм. Ҡоланы ҡарай тор.
Ул ағаслыҡ араһына инеп китте. Шунда уҡ балта туҡылдауы ишетелде. Олатайым бер һөйрәм тал алып сыҡты ла, уларҙы валик өҫтөнә һалып, ҡайыш бау менән һығып бәйләне.
— Бына, улым, тырмаң әҙер! Ҡара әле, ниндәй йәм-йәшел тырма! — тип көлдө ул.
Мин бер нәмә лә аңламаным.
— Тырманың тештәре була бит, — тинем уға.
— Дөрөҫ, улым. Ә һин хәҙер баҫыуға ҡара әле, тупраҡ өҫтөндә нимә күрәһең?
Мин алдымдағы ҡара тупраҡҡа ҡараным. Ер өҫтөндә бик күп һарғылт тары бөртөктәре ята ине. Улар ҡайһылай күп!
— Олатай, ниңә уларҙы шулай һипкәндәр? Ана, турғайҙар, ҡарғалар сүпләй тарыны.
— Орлоҡтарҙы ҡоштарҙан да, ҡояш эҫеһенән дә тиҙерәк йәшерергә кәрәк, улым. Кисә иртән генә бында йәшел сиҙәм ине. Уны һөрҙөләр ҙә баҫыуға ҡул менән тары сәсеп сыҡтылар. Бөгөн беҙ шул орлоҡтарҙы тырматып күмдерергә тейешбеҙ.
— Ниңә тимер тырма бирмәнең? — тип һораным олатайымдан.
— Эх улым, улым... Бәләкәйһең шул әле. Күрәһеңме, һөрөп әйләндерелгән кәҫ ҡайһылай оҙон! Баҫыуҙың бер башынан икенсе башына иңләп ята. Тимер тырма менән тырматһаң, Ҡола ғына түгел, уның шикелле ун Ҡоланың да көсө етмәҫ. Тимер тырма кәҫте тотошлайы менән аҡтарып сығара. Ә һинең тырмаң еңел. Ул орлоҡтарҙы, бына ҡара әле, ошо ике кәҫ араһындағы ярыҡҡа һепереп төшөрәсәк.
Мин оҙон ҡара таҫма булып һуҙылған кәҫтәргә һәм улар араһындағы тар ғына ярыҡҡа ҡарайым. Бына нисек сәсәләр икән тарыны сиҙәм ергә! Минең уйҙы белгәндәй, олатайым:
— Борон заманда беҙҙең ата-бабалар тарыны, ҡарабойҙайҙы яңы ергә — сиҙәмгә бына шулай сәскән, — тип мин асҡан серҙе йомғаҡлап ҡуйҙы.
Ҡара һин уны, шул көйө лә үҫәме икән тары? Ике кәҫ араһындағы ярыҡҡа тырматып төшөрөргә! Аңлашылды... Дилбегәне ҡыҫҡараҡ итеп тоттом да Ҡоланы алға ҡыуҙым. Ул һалмаҡ ҡына атлай, Аҡҡолаҡ эргәмдә урала. Тал һөйрәме артынан туҙан күтәрелә. Мин тал тырманың нисек шыуышыуын күҙәтәм. Ул өс рәт бураҙна өҫтөнән үтә. Ҡоланы туҡтатып, үҙебеҙ күмдергән урынды текләп ҡарайым. Әһә, орлоҡтар ике кәҫ араһындағы ярыҡҡа төшә бит! Беҙҙең артта бик аҙ ғына тары бөртөктәре күренгеләй. Беҙ бына шулай өсәүләп баҫыу буйлап әйләнәбеҙ ҙә әйләнәбеҙ.
Төшкә табан ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра башланы. Орлоҡтар кибеп бөтә инде, тип уйлайым эстән. Уларҙы тиҙерәк күмдереп бөтөрөргә ине. Тик мин тигеҙ ерҙә лә ни эшләптер абынырға тотондом. Ни булды һуң әле? Аяҡ аҫтында соҡор-саҡыр ҙа күренмәй. Баҫыу башына сыҡҡас туҡталдым, үҙем дә һиҙмәҫтән, ергә лып ултырҙым. Мин ныҡ ҡына арығанмын икән, шуға абынғанмын. Торҙом да Ҡолаға күҙ һалдым. Ул утлай-утлай алға бара. Әрәмәлек ситендә ике бейек кенә төпһә күреп ҡалдым. Ҡоланы шунда етәкләп алып барҙым да, төпһәгә баҫып, атҡа атландым. Хәҙер бит мин һыбай килеш тырмата алам! Ҡоланы тағы ла һөрөлгән баҫыуға йүнәлттем. Һыбай ҡайһылай рәхәт булып ҡалды!
Бер аҙҙан тары баҫыуын тырматып бөттөк. Мин эйелә биреберәк ҡара тупраҡ өҫтөнә ҡарайым. Унда күмелеп бөтмәгән тары орлоҡтары күренә. Ер өҫтөндә ҡалһа, улар шытып сыҡмаясаҡ.
— Әйҙә, Ҡола, тағы бер үтәйек күмдереп, — тинем мин атҡа, һәм беҙ баҫыуҙы яңынан тырматырға тотондоҡ.
Олатайымдың атлап килеүен алыҫтан күрҙем. Ул баҫыу сигендә туҡталды ла беҙ тырматып үткән ерҙе ҡарап торҙо.
— Улым, әллә икенсе ҡатҡа тырмата башланыңмы? — тип көлә-көлә, минең янға килде.
— Ҡола икенсе ҡатҡа атлай. Әле арымаған, — тинем.
— Рәхмәт, улым. Бик ҙур эш атҡарҙың бөгөн, — тине олатайым. — Әйҙә, төш! Арығанһыңдыр, — тип, ул мине күтәреп аттан төшөрҙө.
Олатайым Ҡоланы етәкләне лә Ташлыгүл яғына атланы. Күлдә атты эсерҙе. Шунан уны кырандасҡа екте.
Мин Аҡҡолаҡты күтәреп алдым да кырандасҡа ултырҙым. Үҙем олатайыма һыйындым, ә Аҡҡолаҡ миңә һырыҡҡан. Шулай бер-береңә һыйынып ултырып барыуы эй рәхәт. Бигерәк тә яҙын, баҫыуҙа эшләп арығас...