Яҙғы ҡайын. Гүзәл Ситдиҡова

ЯҘҒЫ ҠАЙЫН



Яҙҙар килә йыл да өр-яңыса,
Оҡшамаған бере-беренә.
Ҡыш оҙатҡан һайын нәүбәттәге
Матурыраҡ кеүек күренә.
Һандуғастар күпкә моңлораҡ та,
Гөрләүектәр күпкә наҙлыраҡ,
Тойғолар ҙа күпкә үткерерәк,
Гүйә яҙ ҙа күпкә яҙыраҡ.
Тау битендә ҡайын олоғая,
Сер һыйырҙай дуҫым ул йәштән
Ҡосаҡлашып, яҙҙы сәләмләйбеҙ.
... Тоҙло һуттар тама тәлгәштән...


2015