Яҙ бүләге(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

Яҙ бүләге (шиғыр )
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Яҙ бүләге


 — Эй, ҡамышлы Һаҡмарым,
 Яуап бир әле миңә:
 Беҙгә ҡайтҡан йомарт яҙ
 Ни бүләк итте һиңә?
 — Йылы нурҙары менән
 Иретте ул боҙомдо,
 Балығымды ҡарпытып,
 Алҡындырҙы һыуымды!
 — Эй, тынғыһыҙ киң баҫыу,
 Яуап бир әле миңә:
 Беҙгә ҡайтҡан йомарт яҙ
 Ни бүләк итте һиңә?
 — Сарсап ятҡан тупраҡты
 Туйындырҙы ул дымға.
 Орлоҡтарҙы шыттырҙы,
 Йән өрҙө йәш ужымға!
 — Эй, ғорур урманым,
 Яуап бир әле миңә:
 Беҙгә ҡайтҡан йомарт яҙ
 Ни бүләк итте һиңә?
 — Һәр бер тирәгемә ул
 Йәп-йәшел һырға элде,
 Ҡыуағымды, ағасымды
 Былбыл моңона күмде.

 


1988 йыл