Яҙ килә(хикәйә). Әкрәм Вәли

Яҙ килә ( хикәйә )
автор Әкрәм Вәли
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Яҙ килә


 
 Һағынып көткән көндәр килеп етте. Көн салт аяҙ. Күктән, алһыу нурын һибеп, ҡояш көлә. һәр ерҙә тамсы тама. Яҙ еле ҡарҙы ашай. Урыны-урыны менән ҡар һыуы йыйыла. Яҙ килеүгә шатланып, ҡоштар ҙа сут-сут һайрайҙар.
Малдар яҙ сыуағында рәхәтләнеп торалар. Балалар уйнайҙар.
— Яҙ килә, яҙ килә, — тип шатланалар.


1988 йыл