Яңы йыр. Фирүзә Абдуллина.


Яңы йыр. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2002.. Нәшер ителгән: 01.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *



Ауылыма оҙаҡ ҡайталмаһам,
Күңелемдән сыҡҡан йыр тына.
Йырҙарымды эҙләп юлға сыҡһам
Юлым илтә атай йортона.

Оҙон юлдар үтеп, өйгә ҡайтһам,
Шунан да ҙур бәхет юҡ кеүек,
Иңдәремдә,гүйә,ҡанат кеүек,
Шатлығымдың сиге юҡ кеүек.

Иртән уянам да, күҙҙәремде
Асырға ла ҡурҡып ятамын.
Әсәм ҡулы, бешкән икмәк еҫе-
Мин бит һеҙҙе һағынып ҡайтамын!

Тыуған йорттоң тупһаһына баҫһам,
Йөрәгемдә яңы йыр тыуа.
Бәхетемде эҙләп юлға сыҡһам,
Ҡайтам тағы атай йортона.