Гөлниса әсәһе менән «Балалар донъяһы» магазинына барҙы. «Күлдәктәр» бүлегенә ингәс, Һатыусы апай Гөлнисаға күлдәк һайлашты. Ул, бер нисәһен ҡарағас:
— Бына ошоһо оҡшай миңә, — тип ҡыҙыҡайға ҡыҙыл ерлеккә аҡ ромашка сәскәләре төшөрөлгәнен күрһәтте. Гөлниса уны кейеп ҡараны. Тап-таман. Етмәһә, уның таҫмаһы ла ошо күлдәк һымаҡ ҡып-ҡыҙыл бит әле.
— Әсәй, ошоһон алайыҡ!
— Бигерәк килешә шул, ҡыҙым!
Ҡыҙҙың зирәк булыуы һатыусы апайға ла оҡшаны.
— Исемең нисек?
— Гөлниса.
— Исемең дә матур. Күлдәгең дә килешә, һаҡлап ҡына, бысратмай ғына кей инде.
Гөлниса менән әсәһе һатыусы апайға рәхмәт әйтте.
— Тағы ла килегеҙ, һәйбәт күлдәктәр күп була беҙҙә, — тип, йылмайып, оҙатып ҡалды уларҙы яғымлы апай.
Гөлниса, яңы күлдәген кейеп, урамға әхирәттәре янына уйнарға сыҡты. Ҡыҙҙар уға һоҡланып ҡараны.
— Ҡайһы магазиндан алдығыҙ?
— «Балалар донъяһы»нан. Унда шундай һәйбәт апай эшләй. Ул бөтә ҡыҙҙарға ла ма-а-тур күлдәк һата! Үҫкәс, мин дә һатыусы булам! Ошондай күлдәктәр, яулыҡтар, туфлиҙар, тәмле кәнфиттәр һатырмын, йәме!
...Кисен Гөлнисаның теше һыҙлап китте. Иртән уны әсәһе поликлиникаға алып барҙы. Аҡ халат, аҡ ҡалпаҡ кейгән врач апай Гөлнисаны йыуатты:
— Илама, бәпесем, илама. Бер сәғәт тә үтмәҫ, тешеңдең һыҙлауы баҫылыр.
Апай Гөлнисаны, креслоға ултыртып, тешен ҡараны ла яғымлы итеп өндәште:
— Саҡ ҡына түҙ инде, аҡыллым. Поликлиниканан ҡыҙ йылмайып сыҡты. Врач апай дауалағас, теше һыҙламай ине инде.
Өйҙәренә ҡайтып етеү менән, Гөлниса әхирәттәре янына йүгерҙе. Ҡыҙҙарға, ауыҙын ҙур асып:
— Ҡарағыҙ әле, ҡара, тешемде күрәһегеҙме? Врач апай дауалағас, һыҙлауы баҫылды ла ҡуйҙы, — тине. — Мин үҫкәс, теш врачы булам. Тешегеҙ һыҙлаһа, миңә генә килерһегеҙ, йәме?
Әхирәттәренең Рәмзиә исемлеһе ҡысҡырып көлдө:
— Кисә генә, һатыусы булам, тигәйнең, бөгөн инде врач булғың килә.
Гөлниса аптырап торманы, сатнатып яуап бирҙе:
— Мин башта — һатыусы, унан врач булам!
— Булдың, ти, булмай ни! Ана, минең әсәйем — аш бешереүсе, һинең әсәйең — тәрбиәсе, һөнәрҙе көн һайын алмаштырмайҙар. Белдеңме?
Гөлниса, ни тип яуап бирергә икән быға тигәндәй, аяҡ осона ҡарап уйланып торҙо ла:
— Ярай, үҫкәс кем булырымды мин һеҙгә иртәгә дөп-дөрөҫөн генә әйтермен, — тине.