Яңы ураҡ. Мәжит Ғафури

Яңы ураҡ
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й. • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Үткән йыл тары утауында мин ҙур кешеләр менән бер ҡатарҙан утаным. Хатта әсәйем: «Йәш кешенең биле ауыртмай шул, бына беҙҙең бил тиҙ ауырта...»— ти торғайны.

Бесән йыйған саҡта ла уларға булышлыҡ иттем. Тик улар кеүек бесән күтәремен улар еткергән ергә алып барып етә алмай инем. Ундай саҡта атайым йәки әсәйем ярҙамлашып ташлай ине. Ураҡ өҫтөндә улар менән бергә ураҡ урырға теләһәм дә, туранан-тура ураҡсы булып китә алманым. Сөнки, бер яҡтан, ҙур ураҡсыларға сәй ҡайнатам, шуның өҫтөнә кескенә һеңлемде ҡарайым. Тик ошо ике төрлө эштән бушаған саҡтарҙа ғына әсәйемдәр эргәһенә барып, уларҙың буш торған ураҡтарын алып бер нисә көлтә урып ташлайым.

Минең әле усмаларым ҙур булмай. Ҡамылдарҙы тиҙ тотоп, сыуалтмайынса ғына ура алмайым. Шулай ҙа әкренләп өйрәнеп барам. Атайым менән әсәйем миңә ҡарап:

— Ҡара Һин уны! Хәҙер өйрәнеп бара, киләһе йылға үҙеңә ураҡ алып бирербеҙ. Шулай итеп, беҙҙең тағы бер эш ҡулыбыҙ артыр,— тиҙәр ине.

Уларҙың шул һүҙҙәренән һуң минең күңелем тағы үҫеп китә. Мин тағы ла шәберәк, таҙараҡ урырға, артта башаҡтар ҡалдырмаҫҡа тырышам. Шулай ҙа әле минең баш бармаҡтар тиҙ тала. Усмаларҙы тигеҙ алып барып булмай. Мин алда ҙур эшсе булыуҙы уйлап, артыҡ шәп киттем, ахыры.

— Ҡара, балам, ҡулыңды ҡырҡып ҡуйма тағы,— тинеләр. Уларҙың һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡты. Мин сәнсәкәй бармағымдың әсетеп, бер төрлө ауыртыуының йөрәккә барып бәрелгәнен һиҙеп, ҡулымдағы усмамды ергә ташланым. Ысынлап та сәнсәкәй бармағымдың бер яғы ҡырҡылған, тырнаҡтың да бер яҡ сите ҡыйып алынғайны. — — Әйттем мин, балам, һиңә, ҡырҡырһың тип,— тине әсәйем. Һәм шунда уҡ ерҙән ҡара балсыҡ алып ҡанаған урынға һипте. Яулығының бер яҡ ситен йыртып алып, сәнсәкәй бармаҡты урап бәйләп ҡуйҙы. — — Ураҡ урырға өйрәнгәндә бармаҡ ҡырҡыуҙар була инде ул,— тинеләр. Шунан артыҡ һүҙ әйтеүсе лә булманы. Ураҡ урғанда ҡул ҡырҡыуҙар була инде ул... — Быйыл мин эшкә үткән йылға ҡарағанда ла ныҡлап ҡатыштым. Һабан һөргәндә, утау утағанда, бесән йыйғанда ҙур кешеләр ҡатарынан ҡалмаҫҡа тырыштым. Ҡайһы саҡта арыған кеүек булһам да, сер белдермәй эшләүҙе генә белә инем. Минең арығанымды һиҙгән ҙур кешеләр:

— Йәш кеше арып торамы ни?— тиҙәр. Уларҙың шул һүҙҙәренән һуң мин тағы ла хәлләнеп, йәнләнеп китәм.

Ураҡ ваҡыты етеп килә. Быйыл игендәр бик шәп. Арыш баҫыуы араһынан киткән юлдан барғанда егеүле аттың дуғаһы саҡ-саҡ күренеп ҡала. Тарыларҙың ҡыяҡтары ҡамыш кеүек киң, ҡарағусҡыл булып торалар. Һоло, бойҙай, арпа кеүек ҡаты ашлыҡтар әле яңы баш ҡоҫа башлаһалар ҙа кеше биленә етәләр.

Кәбән ҡойоп ятҡанда атайым игендәргә ҡарап:

— Игеңдәрҙең быйылғы кеүек шәп булғаны бик һирәк. Теге аслыҡ йылдан һуң, Вәли тыуған йылды, иген бик уңғайны. Быйыл унан да яҡшыраҡ. Боҙ һуғып-фәлән итеп китмәһә, ашлыҡтарҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәҫтәр. Үҙебеҙҙең арышты урып бөтөргәс, тары өлгөргәнсе, кешеләргә ураҡ урып өҫ-башты бөтәйтеп алырбыҙ, самауыр ҙа ҡарарбыҙ,— тип һүҙ башлай. Уның был һүҙҙәрен әсәйем йөпләп алып китә:

— Өҫ-баш тағы бер хәл, бәләкәйерәк булһа ла һыйыр алып ҡала алһаҡ, яҡшы булыр, балалар аҡҡа туйырҙар, үҙебеҙ иркенләп ҡалыр инек,— ти.

Атайым уның был һүҙен дә ситкә ҡаҡмай.

— Иҫән булһаҡ, ҡарарбыҙ әле. Тик бына игендәр генә иҫән-һау ҡулға инһендәр,— ти.

Мин эсемдән шатланам: «Миңә берәр көпө алһалар, ниндәй күңелле булыр ине»,— тип ҡыҙыл кергузин көпөмдө күҙ алдыма килтерәм.

Атайым минең уйымды белгән кеүек:

— Бына быйыл Вәли ҙә урыр инде, бер ҡул артыр. Үҙенә бик матур, яңы көпө тектерербеҙ,— ти.

Апай үҙенә шәл өмөт итә.

Шулай итеп беҙ ауылға ҡайтып еткәнде белмәй ҙә ҡалабыҙ.

Мин баҫыу ҡапҡаһын асырға төшкәндә лә, өйгә ҡайтҡас ат туғарғанда ла, ат тышарға барғанда ла: «Ҡасан ураҡ етер, ҡасан беҙҙең дә кешеләрҙеке кеүек һыйырыбыҙ булыр, миңә ҡасан кергузин көпө тектерерҙәр?»— тип уйлап йөрөйөм.

Ҡайһы ваҡытта төш етер алдында күк йөҙөндә болоттар сыға башлайҙар. Был айырым болот киҫәктәре бик тиҙ арала күбәйеп, ҙурайып бер-береһенә ҡушылалар, ҡояшты ҡаплап алалар. Оҙаҡ та үтмәй, әллә ҡайҙа алыҫта «гелдөр-р-р!!!» иттереп күк күкрәгән тауыш ишетелеп китә.

Төшлөк яғында бик оҙон утлы сыбыртҡы болғап алған кеүек булып, йәшен күренеп ҡала. Әҙ-мәҙ генә ел сыға, ағас япраҡтары шаулап китәләр.

Бына шундай саҡта атайым да, әсәйем дә ҡурҡыуға төшәләр:

— Ай-һай, бик шәп ямғыр сыҡты! Төш миҙгелендәге болоттар боҙло була торғайнылар; боҙ яуып, игеңдәрҙе һәләк итеп кенә китмәһә ярар ине!— тип ҡайғырыша башлайҙар.

Ысынлап та, әллә ҡайһы бер йылды шулай игендәр беште, инде урабыҙ тип торған ваҡытта ғына ҡаты боҙ яуып, арыш баҫыуын бөтөнләй ҡара ер яһап киткән икән.

— Быйыл да шулай булмаһа ғына ярар ине...— тиҙәр.

Болоттар ҡатлы-ҡатлы булып бөтә күк йөҙөн баҫып килеп етәләр. Эре ямғыр бөртөктәре һибәләп яуырға керешәләр. Бер сәғәт эсендә соҡор-саҡырҙар һыу менән тулалар. Ямғыр боҙһоҙ була. Ҙур болоттар зыян-зарар итмәй үтеп китәләр. Ҡурҡыныс минуттар үтә, ҡояш ялтырап сығып бөтә ерҙе нур менән ҡаплай. Кешеләрҙең шатлыҡтары эстәренә һыймай:

— Игендәргә файҙаһы ғына булһын инде... — — Баҫыуҙа боҙ яуманымы икән?.. — — Юҡ, унда яуһа, бында ла төшкөләр ине,— тиҙәр. Ямғырҙан һуң атайым баҫыу ҡарарға барып ҡайтты, ул бер усма арыш та алып ҡайтҡайны. Арыш үҙе буйға оҙон, үҙе бик башлы. Атайым бик шат.

— Унда боҙҙоң әҫәре лә юҡ, ямғыр бик шәп яуған. Арыштар бешергә етешкәндәр. Алдағы баҙар артынан ураҡҡа төшөрбөҙ инде, насип булһа,— тине.

Атайым баҙарға тиклем үк иҫке ураҡтарҙы тешәтеп ҡуйғайны. Баҙар көндө тағы бер яңы ураҡ алып ҡайтты. Мин был йәшел һаплы матур ураҡты күреү менән:

— Был ураҡ миңә булһын!— тинем. Апайым яңы ураҡты үҙенә алмаҡсы булғайны ла, бара торғас, ул да миңә бирергә риза булды. — — Минең үткән йылғы, өйрәнгән урағым бар, был һиңә булһын инде,— тине. Шунан һуң мин шатланып, яңы урағымды ҡабатлап-ҡабатлап ҡарап, башҡа ураҡтар эргәһенә ҡуйҙым. Бында торғанда ла минең яңы урағым әллә ҡайҙан ялтырап, айырым матур булып күренә, мин инде иртәгә баҫыуға барып ураҡҡа төшөүҙе генә көтә инем. — Көткән көн етте. Беҙ бөгөн бик иртә тороп әҙерләнеп баҫыуға киттек. Башҡа кешеләр ҙә ураҡҡа төшкөләгәндәр икән, унда-бында юғары күтәрелгән усмалар күренеп ҡала. Ҡайһы бер ерҙәрҙең башында көлтәләр ултыртып та ҡуйғандар.

Беҙ ҙә үҙебеҙҙең ер башына барып еттек.

Атайым менән беҙ атты туғарып арҡанлап ҡуйғансы, апайым ерҙең башына барып урырға керешеп тә китте.

— Беҙҙең Сәлимә бик еңел ҡуллы, ул башлаһын,— ти әсәйем, үҙе беләгенә беләксә кейә.

Ураҡтарҙы тотоп беҙ ҙә апайым янына барҙыҡ. Атайым ер өҫтөнә ҡарап: «Ай-һай, бик яҡшы үҫкән!.. Башаҡ ҡалдырмай ғына урығыҙ. Ҡара һин, Вәли, ашығып ҡулыңды киҫеп ҡуйма, сыуалтмай ғына урып өйрән»,— тине лә, уң ҡулына урағын тотоп, бер ус самаһы арыш ҡырҡып алып, көлтә бауы яһап, ергә һалып ҡуйҙы ла урып алып китте. Уның усмаһы алға ҡарай тәгәрәп кенә бара. Уның эргәһенән әсәйем ура башланы. Мин апайым менән әсәйем уртаһынан ал алдым.

— Көлтә бауыңды нәҙек яһама, өҙөлөрлөк булмаһын,— тинеләр миңә. Мин улай-былай көлтә бауы яһап, бер-ике усма ла һалып өлгөртмәнем, апайым өсөнсө көлтәһен бәйләп, ергә лып иттереп ултыртып та ҡуйҙы. Атайым да икенсе бау яһаны. Әсәйем дә көлтәһен бәйләп ташланы. Һәм: «Көлтәһе ниндәй ауыр, башы бик шәп шул, арбаһынан ун, ун ике бот сығыр»,— ти атайым. Беҙҙең ҡатарҙа Хәҡмм бабайҙар килеп ураҡҡа төштөләр. Ер өҫтө тағы ла йәйләнеп китте.

Хәким бабай миңә ҡарап:

— Вәли ҙә ура башлаған икән, бик яҡшы, шулай кәрәк,— ти.

Мин беренсе көлтәне тултырып бәйләнем. Атайым көлтәне ҡарап: «Нығыраҡ бәйлә, көлтәләрҙе ҙурыраҡ яһа», — тине. Ысынлап та минең беренсе көлтәм бик ҙурҙан түгел ине.

Ер өҫтө көлтәләр менән сыбарлана башланы. Мин дә әкренләп урағымдың рәтенә төшөндөм. Башта ул яйһыҙыраҡ һымаҡ ине, хәҙер бик еңел йөрөй башланы. Бөгөн мин төшкә тиклем егермеләп кенә көлтә урҙым. Шулай ҙа әсәйемдәр ҡарап тороп:

— Ҡара һин уны, бик яҡшы ура бит, бара торғас өйрәнер әле,— тинеләр.

Ысынлап та мин ике-өс көн эсендә ураҡ урырға арыу ғына өйрәндем. Көлтәләрем ҙур ҙа, ныҡлы ла була башланы, һәм артта башаҡтар ҙа ҡалдырмаҫҡа тырыштым. Шулай итеп, мин яңы урағым менән, башҡалар артынан ҡалышмай, урырға өйрәнеп киттем.

Үҙебеҙҙең арышты урып бөткәс тә атайым байҙарға ураҡ урырға булып шуларҙың еренә киттек. Атайым: «Быйыл эш хаҡы яҡшы»,— тип шатлана һәм ике һүҙҙең берендә:

— Эш ваҡытында күберәк эшләп ҡалырға кәрәк, һуңынан рәхәт торорбоҙ,— ти.

Хәҙер беҙ ҡараңғы таңдан башлап, киске ҡараңғыға тиклем урабыҙ. Икенсе көндө беҙ ялланып урған бай беҙҙең урған ерҙәрҙе ҡарарға килде. Тарантасҡа еккән атын ер башына шаҡарып ҡуйҙы.

Ул ер өҫтөнә инеү менән, ҡамылдар араһынан башаҡтар алып, шуларҙы тотоп беҙҙең яҡҡа килә башла¬ны. Атайым уның ҡаршыһына сығып сәләм бирҙе. Ләкин бай ағай атайымдың сәләмен алыр-алмаҫ:

— Ғәлиәхмәт, ҡараңҡырап, яҡшыраҡ урырға кәрәк ине. Башаҡтар бик күп ҡалған бит,— тип ҡулындағы арыш башаҡтарын күрһәтте.

Атайым улай-былай итеп:

— Яҡшы урырға тырышабыҙ инде, Сәлим ағай, улай ғына ҡалыр инде,— ти. Бай үҙ һүҙендә тороп:

— Ҡалдырмаҫҡа кәрәк ул, эшләгәс, яҡшы эшләргә тейеш,— тип көлтәләрҙе ҡарай башланы. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ул тап мин бәйләгән көлтәне ҡулына алып:

— Бына көлтәләр ҙә бик насар бәйләнгәндәр, улай ярамай ул, ҡустым,— тип, беҙҙең эштән сей таба башланы һәм миңә ҡарап:

— Был кескенә малай нисек урһын! Бала-сағанан урҙырып, игенде әрәм-шәрәм итмәҫкә кәрәк!— ти.

Уның был һүҙе туп-тура миңә килеп бәрелде. Мин шунда ҡаушап, ҡыҙарып киттем.

«Имеш, мин насар урам! Имеш, мин эш эшләмәй тик торайым икән!» Сәлим байҙың был һүҙҙәренә ҡаршы атайым башта матурлап яуап бирҙе. Ләкин ул күп туҡый башлағас, атайым да бик бирешеп торманы:

— Инде, Сәлим ағай, беҙҙән дә хәйләһеҙ эшләгән кеше булмаҫ. Улай бик күп тылҡыйһың икән, хәҙер беҙ һинән башҡа ерҙән дә ураҡ табырбыҙ, донъяла бер һин генә түгел,— тип үҙе бәйләнә башланы.

Шунан һуң ғына Сәлим бай йомшап китте:

— Ғәлиәхмәт, улай ҡыҙма әле, мин башаҡтар ҡалмаһын тип кенә әйтәм, әйҙә ура бирегеҙ. Яҡшыраҡ булһын тим,— ти.

Шул һүҙҙәрҙән һуң ул, атайым менән башҡа турала бер аҙ һөйләшеп, иҫәнләшеп китте. Беҙ тағы урырға тотондоҡ. Атайым уны еңеп ҡалыуына шатланып китте:

— Улай бик күп һөйләһәң, мин дә ни эшләргә белермен!— тип ҡуйҙы.— Малайың бик тиҙ йомшаны,— ти. Уның был һүҙҙәренә әсәйем дә ҡушылды:

— Хәҙер эш муйындан. Тик эшләп кенә өлгөрт. Өсөнсө көн генә Әхмәт бай ҡатыны: «Һеҙ бик яҡшы ураһығыҙ, быйыл да беҙгә бер аҙ урығыҙ әле тип үҙемә әйтте»,— ти. Атайым уның һүҙенә өҫтәп:

— Шулай булмай ни! Кисә Николай: «Әйҙә беҙгә барығыҙ, дисәтинәһенә һигеҙ һум бирәм, өҫтәүенә бер бот он, сирек сәй, бер ҡаҙаҡ шәкәр арттырам, тип торҙо»,— ти.

Мин эштең иркен икәнен, былай булһа, быйыл бик күп аҡса табып һыйыр ҙа, яңы күлдәктәр ҙә, миңә бишмәт тә алырбыҙ, тип уйланым.

Атайым тағы ла һүҙ башлап:

— Быйыл да эшләп ҡалмағас, яраймы һуң! Быйыл беҙҙең кеүек ярлы-ябағайҙарҙың аҙ булһа ла, аяҡҡа баҫып ҡала торған йылдары,— тине. Был һүҙҙән һуң беҙ бөтәбеҙ ҙә ураҡтарыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ тотоп, дәрт менән ура башланыҡ.

Хәҙер минең яңы урағым тағы ла үткерләнеп киткән кеүек булды. Усмаларҙы ҙур алып, көлтәләрҙе ныҡлап бәйләргә өйрәнеп киттем.

Эсемдән бәләкәй булһа ла бер һыйыр алыуҙы, бөтәбеҙгә лә яңы күлдәктәр тектереүҙе, миңә ҡыҙыл кергузин көпө һырҙырыуҙы уйлай инем.

— Ах, яңы көпө кейеп мәктәпкә йөрөһәм!— тим. Атайым менән әсәйем һәм апайым бигерәк дәртләнеп уралар. Ер өҫтөндә өҙлөкһөҙ:

— Вжыйт-вжыйт,— тигән тауыш сығып тора. Күрәһең, улар ҙа шулай яңы күлдәктәр, һыйыр һәм көпө алыуҙы уйлай торғандарҙыр.