Ғашиҡ булып осонмаһаң... Фирүзә Абдуллина.


Ғашиҡ булып осонмаһаң... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 29.04.2014. Нәшер ителгән: 02.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


Ғашиҡ булып осонмаһаң...


Ғашиҡ булып осонмаһаң,
Шашып-шашып һөймәһәң,
Ышанмаһаң, алданмаһаң,
Рәнйемәһәң, көймәһәң,

Үкенмәһәң, иламаһаң,
Ғәрләнмәһәң, биҙмәһәң,
Ҡайғырмаһаң, кисермәһәң,
Ашҡынмаһаң, түҙмәһәң,

Бер сәбәпһеҙ йырламаһаң,
Иҫәр кеүек көлмәһәң,
Йәшәүеңдең мәғәнәһе
Ни икәнен белмәһәң –

Тыныс ҡына, ғәмһеҙ генә
Ғүмеркәйең үттеме?
Пульсыңды тотоп ҡара:
Тереһеңме, үлеме?


29.04.2014