Ғашиҡ булыр инем. Фирүзә Абдуллина.


Ғашиҡ булыр инем. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2010.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Һин янымда шатлыҡ-һағышымда,
Һинең менән бергә тын алам,
Һинең менән мин күктәргә ашам,
Һин булмаһаң, мин дә юғалам.

Сабырлығың, тыйнаҡ йылмайыуың-
Ир-егеттәр өсөн матурлыҡ,
Был донъяла һис кем юҡтыр кеүек
Һинең кеүек, күңел ятырлыҡ.

Мөхәббәтең менән сорнағанһың,
Йәшәр өсөн һинән көс алам.
Һиңә ҡабат ғашиҡ булыр инем,
Әгәр күптән ғашиҡ булмаһам!