Ғишыҡ. Шәйехзада Бабич

ҒИШЫҠ (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. - Өфө: Китап, 1994. - 640 бит.


ҒИШЫҠ


Ысын мөхәббәт, ысын ғишыҡтыр —
Ысын илаһтан ысын бүләк,
Ысын ғишыҡҡа ысын бишектер
Йым-йым иткән шом йөрәк.

Ысын ғашиҡ — мәғшуҡҡа ысын
Нурани серле шәраб,
Донъяның бар йәм-тәме шул,
Үҙгә йәмдәр буш шәраб.

Ысын ғашиҡ — мәғшуҡҡа ысын
Мәжнүн вә мәфтүндер йәне,
Шиғри ут кәфене менән
Күңелендә мәдфүндер йәме.

Бер тәбәссем — аҡ пыраҡтыр,
Дәрт, өмөттәрҙер сират,
Ҡауышыу бәһшәттер, ләкин
Дәһшәт йәһәннәмдер фираҡ.

«Йәш Башҡортостан. Зәңгәр йырҙар» китабы. 1917-1918.