Ғүмер. М.Аҡмулла

Ғүмер
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Ғүмер


Ҡырҡта ир ғәйрәте ҡуныр яҡҡа,

Иллегә етһә йәшең - булдың таҡта326.

Тынысы ҡарылыҡтың - өйҙә тороп,

Иҫкергән буш һауыттай ултырмаҡта.

Ҡалмайҙыр шул ваҡытта тәндә ҡеүәт -

Һикһәндә, әйткәндәр, булырһың лаҡба327:

Тирә-яғың ҡармалауға сыбыҡ тапмай,

Ҡалырһың ялтыр боҙ-тайғалаҡҡа...



Аңлатмалар

  • 326 Таҡ (т.) - тәхет.
  • 327 Лаҡба (ҡ.) - тотороҡһоҙ, ышанысһыҙ.

Иҫкәрмәләр