Ғүмер. Фирүзә Абдуллина.


Ғүмер. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 09.07.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Көндәр үтә тик күҙ менән
Ҡаш араһында,
Ғүмер - гүйә сәскә, үҫкән
Таш араһында.

Йәшлек – ҡартлыҡ… Айырма күп
Йәш араһында,
Ағарғаны арта бара
Сәс араһында.

Ярай, ғүмер үтә әле
Аш араһында,
Соҡонорға сәбәбе бар
Теш араһында.

Үткән ғүмер тик өн менән
Төш араһында,
…Бына әле шиғыр яҙҙым
Эш араһында.