Ғүмер һыуҙай ағып тора... Фирүзә Абдуллина.


Ғүмер һыуҙай ағып тора... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 14.09.2014. Нәшер ителгән: 30.11.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән


Ғүмер һыуҙай ағып тора...


Ғүмер һыуҙай ағып тора,
Яҙмыш саңды ҡағып тора,
Уңға-һулға этеп тора,
Бөйөрҙәргә төртөп тора…

Бер Хоҙайға өмөт ҡала –
Упҡындарҙан тартып ала,
Көтмәгәндә ҡулын һуҙа,
…Ана шулай ғүмер уҙа…

Бер туҡтауһыҙ көрәш менән
Өлөшөңә көмөш менән,
Сабыр итеп, түҙеп гелән
Йәшәй күрсе, кешегенәм!..


14.09.2014