Ғүмер – аҡҡан һыу. Фирүзә Абдуллина.


Ғүмер – аҡҡан һыу. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 17.05.2013. Нәшер ителгән: 09.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Ғүмер – аҡҡан һыу


Усым менән һиңә һыу килтерәм…
Бармаҡ аша ҡаса тамсылар.
Тамсы кеүек, ҡаса беҙҙең ғүмер,
Кисәге көн үткән, бөгөн-бар.

Һинең менән тәүлек сәғәт кеүек,
Аҙнам тәүлек кеүек тойола,
Бер ҡараһам – йырғанаҡтар аға,
Бер ҡараһам – япраҡ ҡойола.

Үкенергә түгел үткәндәргә,
Һөйөнөргә ине бөгөнгә,
Йәшәйексе, әйҙә, матур итеп,
Ғүмер һыйған кеүек бер көнгә.

Ашыҡмасы, йәнем, әллә ҡайҙа!
Йөрәккәйем һаман ут-ярһыу.
Былай ҙа бит ғүмер, әйтерһең дә,
Бармаҡ араһынан аҡҡан һыу…


17.05.2013