Ғүмер - бер генә… Фирүзә Абдуллина.


Ғүмер - бер генә… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 09.11.2014. Нәшер ителгән: 30.11.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән


Ғүмер - бер генә…


Теләмәйем хатта бер минутын
Ғүмеремдең әрәм итергә –
Оҡшамаған кеше менән хатта
Урам буйлап атлап үтергә!

Килешмәгән кейем кеймәҫ инем,
Күңел ятмағанды – эшләмәҫ,
Рәнйетерлек һүҙҙе әйтмәҫ инем,
Яратмаған ерҙә - йәшәмәҫ…

Юҡ-бар менән әрәм-шәрәм итеп
Үткәрмәйек, ғүмер – бер генә!
Юлдаш булһын ине ғүмеремдә
Матур йыр һәм һөйгән йәр генә!


09.11.2014