Ғәжәпләнмә!

Ғәжәпләнмә! (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 15.12.1996. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (121-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Ғәжәпләнмә!


    1996 йылдың декабре ҡарһыҙ тыуҙы.
Декабрь ҙә тыуҙы, ә ер өҫтө
Борҡоп ҡына ятыр саң-туҙан.
Был ни ғәжәп, беҙгә бит ҡар кәрәк,
Тәбиғәткә бөгөн ни булған?

Ҡурсыр урынына балаларын
Әсә кеше бөгөн ни ҡыла?
Ғәйепһеҙгә аҫылдарҙы һуя
Рәсәй-әсәйҙәге инҡилаб.
Чечня, Таджикистан, Үзбәкстан…
Үгәй-әсәй, үгәй милләттәр…
Аптырама, йәшәү менән үлем,
Сабый бала менән йәлләдтәр
Бер һыҙыҡта бөгөн, бер ҡаҙанда
Нәфрәттәр һәм әсе күҙ йәше.

Быуат ҡына хатта етмәҫ төҫлө
Был бәләләр беҙгә килгәнсе.
Афәт ҡойондары уйнағансы
Бошонмайса йәшәп ҡалайыҡ,
Аҙаҡ ғәзиз бала, атайҙарҙы
Тар гүрҙәргә илтеп һалайыҡ.

Шулай уйламаһаҡ, бәлки, бәлки,
Һуғыш ҡормаҫ ине түрәләр.
Күптәре бит мәйет өйөмөндә
Алтын-көмөш тауын күрәләр.
Сит илдәргә ҡорал һатҡан алтын
Кемдең манараһын биҙәне?
Әсәләрҙең күпме ғәзиз улы
Түшәк итте ҡәбер иҙәнен?
Йыл буйына аҡсаһыҙға эшләп,
Хужаларҙы кемдәр һимертте?
Ғәйепле күп, яуап биреүсе юҡ,
Ғәжәп хәлдәр, тиеп кем әйтте?

Декабрҙең ҡарһыҙ тыуыуына,
Хужаларҙың кәрһеҙ булыуына,
Эттәрҙең гел өрөп тороуына,
Әхлаҡ, рухи тамыр ҡороуына,
Араҡының зиһен йолоуына,
Уғры, йәлләдтәрҙең тулыуына
Ғәжәпләнмә, кеше, киләсәгең
Айһыҙ ҡара төндәй тыуыуына?
Һулыуыңа…



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.