Ғәжәп инде беҙҙең ғүмер. Тамара Искәндәриә

Ғәжәп инде беҙҙең ғүмер (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ғәжәп инде беҙҙең ғүмер


Ғәжәп инде беҙҙең ғүмер.
Араларҙа – аралар…
Кем һуң минең йөрәгемде
Яраларҙан аралар?

Икәүләшеп ситән үреп
Ҡорған оя – ситлекме?
Башҡаларға – көләс йөҙөң,
Миңә — ҡырыҫ битлекме?

Мосафир йән, юлдарыңдан
Ҡайырылып ҡарасы!
Гел офоҡҡа төбәлгән шул
Йәргенәмдең ҡарашы.