Ғәзизә - ҡәҙерлеләр исеме. Гүзәл Ситдиҡова


Ғәзизә - ҡәҙерлеләр исеме
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2005-2010. Нәшер ителгән: 16.06.10. Сығанаҡ: Машина ниңә "дүрт-дүрт", ти? - Өфө,Китап, 2010


Ғәзизә - ҡәҙерлеләр исеме

Ғәзизәгә исемде өләсәһе ҡушҡан. Кемде алып ҡайтырҙарын бер кем белмәгән саҡта уҡ әле:

- Тиҙҙән, өйөбөҙҙө йәмләп, Ғәзизә исемле ейәнсәрем ҡайтасаҡ, Алла бирһә! - тигән.

Малай көткәндәр үпкәләһә лә әйткән.

Ғәзизә - ҡәҙерленән ҡәҙерле, һөйөклөнән һөйөклө тигән һүҙ икән ул.

Бәпесте алып ҡайтҡан көндә үк һеңлекәшен күрергә ике туған ағаһы Ғәйсәр килгән. Тиҙҙән һабаҡҡа төшөргә йөрөгән сағы. Ҙур егет бит инде. Сәңгелдәктәге ҡыҙыҡайға ситтән генә ҡарап торған да бер ни әйтмәй ҡайтып киткән.

- Матур бит һеңлең, ҡурсаҡ кеүек, эйе бит?- тигәндәренә лә яуап ҡайтармаған.

Өйгә ҡайтҡас ҡына:

- Шул тиклем йәмһеҙ бәпәй алып ҡайтҡандар. Теше лә, сәсе лә юҡ. Үҙе ҡып-ҡыҙыл, күҙен дә йүнләп асмай. Етмәһә, Ғәзизә тип ҡушҡан булғандар, - тигән имеш ағаһы.

Һәпсүк-һәпсүк, бәпескәй

Ғәзизә имгәкләп йөрөй башлағас, ололар уны һәпсүкләр булып китте. Үҙҙәренең аяҡ йөҙлөгөнә баҫтырып, туп урынына һикертәләр генә. Һикертеп кенә ҡалһалар ярай ине, әллә ниндәй таҡмаҡтар әйтәләр. Ғәйсәрҙең быға көлкөһө килә. Өләсәһенә ярай инде, килешә. Ә бына олатаһы бәпес һикерткәндә, таҡмаҡлағанда бигерәк ҡыҙыҡ.


Ғәзизә, Ғәзизә,

Ғәзизә донъя гиҙә,

Ебәк кеүек сәстәре,

Ынйы кеүек тештәре.

Алһыу күлдәкле Ғәзизә күбәләк кеүек елпенә. Матур икән уның һеңлеһе - сәсе бөҙрә, тештәре лә сыҡты. Үҙе көләкәс. Уны күреүгә һәр кем йылмая башлай. Исемде белеп ҡушҡандар, баҡһаң.

Бер шулай Ғәйсәрҙең көнсөлөгө килеп китте: әллә ололар тик Ғәзизәне генә яраталар инде. Оҙаҡ уйламай, олатаһының тубығына менде лә китте.

- Мине лә һәпсүклә, - тип, аптыратырлыҡ хәбәр һалды.

Олатаһы ҡаршы килмәне, уны ла аяғында һикертте, тик оҙаҡ түгел. Ауырһың, тине.

- Олатай, ә ниңә миңә лә таҡмаҡ әйтмәйһең, - тип мыжып ҡуйҙы Ғәйсәр. Мыжырһың да. Уйлағаны дөрөҫкә сыға, ахыры - уны әҙерәк яраталарҙыр.

Олатаһы йылмайып ҡуйҙы, шунан малайҙы һикертә башланы:

Ғәйсәр ҙур егет булыр,

Бирешмәҫ бөркөт булыр,

Яланда ат уйнатыр,

Ҡулында ут уйнатыр,

Ғәйсәребеҙ шуҡ икән,

Бер йәше лә юҡ икән,

Һәпсүк-һәпсүк итәйек,

Ҙур үҫкәнен көтәйек.

Әй ғәрләнде Ғәйсәр үҙен бәләкәй тигәнгә! Әле кисә генә:

- Һин ҙур егет булдың, киләһе ялда бергәләп мәктәп кәрәк-яраҡтары алырбыҙ, - тигәйнеләр.

Олатаһы, етмәһә, өҫтәп ҡуйҙы:

- Һин бәләкәс саҡта ошолай таҡмаҡлап һәпсүкләй торғайныҡ.

Үҙе ғәйепле, бишектә ятҡан Ғәзизә менән тиңләшәме егет кеше. Ана уға портфель дә, китап та, альбом менән дәфтәр ҙә, ҡәләм менән ручка ла кәрәкмәй. Уйнай ҙа уйнай.

Малай тиҙ генә олатаһының тубығынан төштө лә урамға сығып тайҙы.


Ватан һаҡсыһы

Ғәйсәр уҙыш машиналарын дөбөр-шатыр ярыштырып уйнай ине. Телевизорҙан ҡапыл «Ватан» тапшырыуы һүрәттәрен күреп ҡалды ла ҡысҡырып ебәрҙе:

- Атай, атай, һинең тапшырыуың башлана.

Йүнәтеп ултырған саң һурҙырғысын күтәреп, атаһы оло бүлмәгә килеп инде. Малай белә - хәҙер ул эшен дауам итә-итә, күҙ ҡыры менән генә ҡараясаҡ экранға. Әммә ҡайһы бер хәбәрҙәрҙе бик иғтибар менән тыңлай, баш сайҡап, тел шартлатып ҡуя. Бындай ваҡытта атаһына ҡамасауларға ярамағанды Ғәйсәр яҡшы аңлай, тик уйнағыһы ла, һөйләшкеһе лә килә шул. Машиналарын бик шаулатмай ғына хәрәкәт иттерә бирҙе лә, атаһына килеп һыйынды. Түҙмәне:

- Атай, бына мин яратып ҡараған тапшырыу «Сәңгелдәк» тип атала. Ә һинеке - «Ватан». Ә нимәне аңлата ул? - тип һорап ҡуйҙы.

- Саҡ ҡына сабыр ит, ҡарап бөткәс яуап бирермен, - тине атаһы.

Малай артыҡ ныҡышманы, кисә килгән «Аҡбуҙат» журналын ҡарай торҙо. Ниһайәт, тапшырыу тамамланды.

- Һай, улым үҫә, аҡыллана. Ана ниндәй һорауҙар бирә башланы, - тип Ғәйсәрҙе баш осона күтәреп, һикертеп алды атаһы. - Йә ултыр, һөйләшәйек.

Диванға ултырып тороп гәпләшә башланылар. Нәҡ ололар кеүек.

- «Ватан» һүҙен икенсе төрлө «тыуған ил» тип әйтергә мөмкин, - тине атаһы. Шаян ғына ҡарап, һорап ҡуйҙы:

- Һин ҡайҙа тыуғанһың әле?

- Өфөлә, Һәҙиә Дәләтшина урамының 71-се йортонда, - тип шартлатып яуап ҡайтарҙы улы. Адресты белергә уны күптән өйрәттеләр бит инде.

- Дөрөҫ, аҡыллым. Өфө - һинең тыуған ҡалаң, тыуған ерең. Ул - Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы. Башҡортостан - ил, ул беҙҙең тыуған илебеҙ, Ватаныбыҙ. Уны кесе Ватан тип тә әйтәләр.

- Ҙур Ватан да бармы ни?

- Эйе. Оло Ватаныбыҙ - Рәсәй. Беҙ уға 450 йыл элек ҡушылғанбыҙ, шунан бирле ул беҙгә оло Ватан.

- Дүрт йөҙ илле! – Ғәйсәр ҡулына ҡараны ла, - Минең бит бармағым етмәй һанарға, - тип ҡуйҙы.

- Ватаныбыҙ сикһеҙ ҙур, матур. Үҫкәс, уны һаҡларға армияға, хеҙмәткә китерһең, һалдат булырһың, Алла бирһә, - тип һөйҙө уны атаһы. - Мин дә, олатайың да Рәсәй ғәскәрендә хеҙмәт иттек. Беҙҙең шинелле фотоларҙы күргәнең бар бит? Ир кеше Ватанын һаҡларға тейеш.

Ғәйсәрҙең тиҙерәк үҫкеһе, Ватан һаҡсыһы булғыһы килеп китте. Ул да шинель кейеп, ҡулына автомат тотоп, фотоға төшәсәк. Шәп буласаҡ бит, ә!?


Машина ниңә «дүрт-дүрт», ти

Машина тәҙрәһенән мал-тыуар ҡарап барырға ярата Ғәзизә. Ҡалала үҫкәс ни, ҡыҙыҡ. Анау ата ҡаҙ, меҫкен, машинаға ыҫылдап ҡалған була. Тәгәрмәс аҫтына эләгермен тип уйламай ҙа. Бәпкәләрен һаҡлай, яҡлай. Олатаһы ла ҡаҙҙарҙың ғәҙәтен белеп бөткән - яй ғына бара, тапатыуҙан ҡурҡа. Ә тегеһе уның һайын батырайып киткән була - арттан әллә күпме йүгереп килә лә башын күккә сөйөп эй маҡтана, эй маҡтана: ға-ға-ға-ға, ҡурҡыттым ана!

Бер аҙҙан шоссеға һыйыр көтөүе килеп менә.

- Алданыраҡ үтеп өлгөрмәнек, көтөргә тура килә инде, - тип олатаһы тағы яйланы. - Әйҙә ваҡытты әрәм итмәйек, һанарға өйрәнә торайыҡ.

Иҫәпте бер аҙ белә Ғәзизә. Йәшен һораһалар, дүрт бармағын күрһәтә.

- Анау һыйырҙың мөгөҙө нисәү? - тип олатаһы үтеп барған бер һыйыр яғына ымланы.

- Берәү, - тип яуапланы ҡыҙыҡай.

- Яҡшылап ҡарап һана әле.

- Берәү ҙә инде. Икенсеһе һынған, - тине аптырап Ғәзизә.

Олатаһы һыныҡ мөгөҙлө һыйырҙы күрмәгән икән, көлөп ебәрҙе.

- Ә аяғы нисәү һәүкәштең? - тип һүҙгә ҡушылды өләсәһе.

Ейәнсәре уйлап та торманы:

- Алдан икәү, арттан икәү, - тип яуапланы.

- Шәп әйттең, балам, ә бөтәһе бергә күпме була?

Ғәзизә дүрт бармағын күрһәтте.

- Бына ошо тиклем. Тик нисек аталғанын ғына оноттом.

Ағаһы шым ғына уның ҡолағына:

- Дүрт тип әйт, - тип бышылданы. Һеңлеһе уның артынан ҡабатлай һалды.

- Дөрөҫ, - тип хупланы олатаһы. - Ана машина ла «дүрт-дүрт» тип тик килә. Нисә соҡор үтһә лә шулай ти. Һанай белмәгәс ни...


Күҙлек

Был көндө Ғәзизә олатаһы, өләсәһе һәм туғандары менән еләккә барҙы. Тултырмышҡа тип сынаяҡ алды.

Машина менән бейек тауҙың башына тиерлек менеп еттеләр.

Ғәзизәгә олатаһы менән машина тирәһендәрәк йөрөргә ҡуштылар. Олатаһы күҙлеген онотоп киткән, еләкте күрмәй ҙә ҡуя.

Себен-серәкәй бик яман икән урманда. Олатаһы ла алыҫҡараҡ киткән, ейәнсәрен нисек талағандарын күрмәй. Ғәзизә түҙҙе-түҙҙе лә илап ебәрҙе:

- Олатай, себендәр мине шул тиклем ҡыйырһыта-а-а.

Олатаһы себендәргә бик асыуланды. Ғәзизәгә салбар, оҙон еңле ҡалын футболка кейҙерҙе, дарыу һөрттө. Шунан ғына бер аҙ тындылар теге яуыздар.

Һауыттарын тултырып, тауҙан туғандары төштө. Олатайҙың еләкте аҙ йыйғанын күреп, көлөштөләр. Ғәзизәгә олатаһы йәл булып китте. Йүгереп йөрөп, сынаяғына еләк йыя башланы. Тултыра ла уның кәрзиненә һала, тултыра ла һала.

Туғандары икенсе тапҡыр тауға менгәндә еләкле урынға осрамағандар, ахыры, һауыттарын тултыра алмай килделәр. Ә Ғәзизә менән олатаһы ике кәрзин йыйып та ҡуйғандар.

- Күҙлегемде оноттом, тигәйнең, еҙнә. Ана күпме еләк йыйғанһың, - тиеште балдыҙҙары.

- Минең тағы ла шәберәк күҙлегем бар бит. Еләкте хатта үҙе йыйып бирә, - тип олатаһы ейәнсәрен тупылдатып һөйөп ҡуйҙы.


Һеңлекәш

Ғәзизәгә һеңлекәш алып ҡайттылар.

Ғәйсәр ағаһына оҡшап, был юлы ҡыҙыҡай үҙе бәпесте бик оҡшатып етмәне.

- Ниңә һөйләшә, атлай торғанын алманығыҙ инде? - тип уфтанды Ғәзизә. - Ни уйнап булмай, ни йүнле исеме юҡ.

Әсәһе бәпәйгә Кәримә тип «йүргәк исеме» ҡушҡан да ул, атаһы оҡшатмай.

Дуҫ ҡыҙҙары Ғәзизәнең һеңлеһенә исем һайлаша башланы.

- Давай, Эльвира тип ҡушығыҙ, - тине Эльвира.

Лиана, Анжела, Альбина, Юлия, Флорида, Карина, Регина, Адель - тағы әллә ниндәй исемдәр әйтеп бөттөләр әхирәттәре. Ғәзизә быларҙы түкмәй-сәсмәй өләсәһенә һөйләне.

- Беҙ башҡорт бит, балам, - тине өләсәһе. - Үҙебеҙҙең дә матур, мәғәнәле исемдәребеҙ күп.

Атаһы ла, әсәһе лә был һүҙгә ризалашты.

Һәҙиә тип ҡуштылар исемде.

- Фи, әбейҙәр исеме ҡушҡанһығыҙ, - тине Ғәзизәгә Рузанна.

- Әбейҙәр ҙә бер саҡ бәпәй булған, - тип өләсәһе әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатланы Ғәзизә. - Һәҙиә - «бүләк» тигән һүҙ. Ә Һәҙиә Дәүләтшина тигән инәй шундай шәп китаптар яҙған. Бәпес уға оҡшап аҡыллы, талантлы булһын тип теләгәнгә шундай исем ҡуштыҡ.


Һағыныу

Һәҙиәгә бер йәш тулып килә. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе һаҡаулап әйтә белә лә башланы. Күҙен асыу менән һаҡаулап:

- Әҫәй, Әҙиҙә, - тип саҡыра һала.

Ғәзизә уға китаптарындағы матур һүрәттәрҙе күрһәтеп, әкиәт һөйләй. Тик ҡулына тоттормай. Йырта бит ул.

Үрмәләп йөрөй башлағас, һеңлеһе бигерәк тынғыһыҙ булып китте. Һәр нәмәгә үрелә, бирмәһәң - илай.

- Бөгөн өләсәйҙәргә барып йоҡлайым, - тине бер көн Ғәзизә. - Артыңдан йөрөп арыным.

Өләсәләрендә иһә Ғәзизә таң менән уянды, Һәҙиәнең «Әҙиҙә» тип ҡысҡырырын көттө. Шунан өйҙә түгеллеге иҫенә төштө:

- Мин ҡайтам инде, - тип өләсәһенә барып һыйынды ул. - Һәҙиә уяныр, Әҙиҙә тип ҡысҡырыр, ә мин юҡ. Илар ҙа илар шунан.

Һеңлеһе уны шатлығынан ҡысҡырып ҡаршыланы. Ҡосаҡлап алды. Ғәзизә лә һеңлеһен шул тиклем һағынған, хатта китабын йыртҡан өсөн дә асыуланманы. Аңлай башлағас йыртмаҫ әле.


«Р»-ҙы әйтә беләһеңме?

Ғәзизә бөгөн урамға сығыу менән бер ят ҡыҙҙы күреп ҡалды. Тәтәй күлдәк кейгән, сәс ҡыҫтырғысы - ҡыҙыл күбәләк, аяғында ҡыҙыл сандалый, ҡулында ҡыҙыл көрәк. Ҡом һалғыс биҙрәһе лә ҡыҙыл. Их, һөйләшергә ине лә, тартына шул Ғәзизә.

Ярай теге ҡыҙыҡай ҡыйыу булып сыҡты:

- Әйҙә, икәү уйнайыҡ, - тип ҡулынан етәкләп үк алды.

- Әйҙә, - тине Ғәзизә. - Ә һинең исемең кем?

- Мөниә, - тип яуапланы яңы танышы.

- Мөниә, ә мин - Ғәзизә.

Үпкәләне лә китте теге ҡыҙыҡай:

- Мин Мөниә түгел, ә Мө-ни-ә.

Ғәзизә уның артынан шулай уҡ бүлеп-бүлеп ҡабатланы:

- Мө-ни-ә.

Ят ҡыҙҙың күҙендә йәш күренде:

- Дөлөҫ түгел, ниңә үсекләшәһең...

Ярай әле шул ваҡытта Мөхәмәт килеп сыҡты. Ул:

- Мөнирә, Ғәзизә, әйҙәгеҙ баҫтырышып уйнайыҡ, - тип әйткәс кенә Ғәзизә аңлап ҡалды - ҡыҙыҡай «р»-ҙы әйтә белмәй икән. Мөнирә - ниндәй матур, яғымлы яңы танышының исеме. Үҙе кеүек.

Шунан үҙенә лә ҡыҙыҡ булып китте, ҡайтҡас, һаҡау һөйләшәп йөрөй башланы. Әсәһе аптыраны:

- Нимә булды һиңә, ҡолонсағым?

Ғәзизә барыһын да һөйләп биргәс, тағы һорау бирҙе:

- Ә Мөнирә «р»-ҙы бер ҙә әйтмәйме?

- Ю-у-уҡ, һөйләшкәндә генә әйтмәй, - тип яҡлашты әхирәтен ҡыҙы.

Бер нисә көндән Ғәзизә әхирәтен ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Шул арала Мөнирә «р»-ҙы әйтергә өйрәнеп тә алған. Ғәзизәнең әсәһе уларҙы сәй эсергә саҡырғас, ҡунаҡ ҡыҙ:

- Апай, минең күрдәгем яңы, өрәсәйем бысратмаҫҡа ҡушты, - тип тәтелдәргә кереште. - Берәй аръяпҡыс бирегеҙ әре.

-“Р”- ҙы әйтеп өйрәнгәс, ҡайһырай р-р-рәхәт, - тип уйланы үҙе эстән генә. - Хәҙер мине бөтәһе рә аңрай.


Ҡөръән ашы

- Бөгөн Ҡөръән ашына кеше йыябыҙ, - тине Ғәзизәнең ҡарт өләсәһе. Ҡарт өләсәй - олатайҙың әсәһе.

Ул йыл да бөтә туғандарын саҡырып, Ҡөръән уҡыта, шунан аш ашата. Ололар ҡыҙыҡай бер ваҡытта ла күрмәгән олатай-өләсәйҙәрен, туғандарын маҡтап-маҡтап иҫкә ала. Бик һәйбәт кешеләр булғандарҙыр инде.

Мулла бабай иҫке ҡалын китап сығарҙы. Һүҙҙәре ерле аңлашылмаһа ла көйләп уҡығанды бөтәһе лә тып-тын ҡалып тыңлай. Оҙаҡ ҡына ваҡыттан һуң бәләкәй Фәрхәт түҙмәне:

- Мин бындай йырҙы яратмайым, - тип илап ебәрҙе.

- Сеү, Ҡөръән уҡығанда тауышланырға ярамай, туғаным,- тип бышылдап ҡына йыуатты уны Ғәзизә апаһы. - Хәҙер хәйер таратырҙар.

- Хәйер нимә була ул, кәнфитме әллә? - ти һалды тәмлетамаҡ малай.

- Ю-у-уҡ, Ҡөръән уҡығанда бирелә торған бүләк. Бәлки кәнфит тә бирерҙәр. Былай булғас түҙә инде Фәрхәт. Башҡалар кеүек ул да устарын асып тубығына һалды, ололар ыңғайына битен һыпырғыланы. Малайҙың алдына кәнфит, печенье, алма, өрөк өйөлөп китте. Туңдырмалыҡ аҡса ла йыйылды хатта.

- Әйҙә, урамға сығарып, дуҫтар менән бүлешәйек, - тине Ғәзизә апаһы малайға. - Олатай-өләсәйҙәребеҙгә улар ҙа рәхмәт әйтһен.

Ҡарт өләсәһе быны белгәс, маҡтаны:

- Ҡөръән ашы бөтәһенә лә етә ул. Күберәк кеше ауыҙ итһә, тағы ла яҡшыраҡ. Баҡсаға!

Һәҙиә асыҡ тәҙрәнән ҡарап ултыра: тышта эҫе, алма, күксин (сирен) сәскә атҡан. Тик еҫтәре генә беленмәй, урам тулы машина төтөнө баҫып китә.

Әсәһе:

- Ҡайһылай тынсыу. Әллә олатай-өләсәйең янына, баҡсаға китәйекме ял көндәрендә? - тип һорап ҡуйҙы.

Һәҙиә баҡсаны яратмай - серәкәй талай, ямғыр яуһа, аяҡ аҫты бысраҡ була. Көйһөҙләнеп:

- Юҡ, бармайыҡ, - тине.

Ә Ғәзизә апаһы һикереп төштө:

- Барайыҡ, әсәй, барайыҡ. Унда хәҙер терпе килеп йөрөй икән. Олатайым әйтте. Кис ҡайтҡанда ҡуян да күргәндәр.

- Булһа ни. Ҡуян менән терпене мин телевизорҙан күрҙем инде, - тип тиҫкәреләнде һеңлеһе.

- Ә тереләй бигерәк ҡыҙыҡ, - тип өгөтләргә тотондо апаһы. - Былтыр бер туҫтаҡҡа һөт, ит киҫәктәре һалғайным, ҡурҡып та тормай, килеп ашап китте. Бына ош-ш-шо-о-ондай ғына, ҡуш йоҙроҡ тиклем генә балаһы бар. Мин олоһона Ҡурҡылдаҡ, бәләкәсенә Пырхылдаҡ тип исем ҡушҡайным. Яҡын килә башлаһаң, инәһе «ҡурҡ» тигәнгә оҡшатып бышҡырып ҡуя. Ә бәпесе «пырх» итеп ҡала. «Ғәзизә бит ул, ҡурҡытма», - тип көләлер инде.

Һәҙиә ҡан эскес серәкәйҙәрҙе онотоп, һөйләшә белгән терпеләрҙе күргеһе килә башланы.

- Әйҙә, улай булғас, бөгөн үк китәйек, - тип әсәһенә инәлергә тотондо.

Тик ял көнө иртәгә генә икән әле. Көтөргә тура килә инде, ни эшләйһең.

Һәҙиә шулай ҙа оҙаҡҡа һуҙмай юл әйберҙәрен төйнәп ҡуйҙы: серәкәй ҡурҡыта торған май, һыу үткәрмәй торған итек, аллы-гөллө сәскәләр төшкән сатыр, куртка... 1 сентябрҙә дүрт йәше тула торған кеше үҙ-үҙен әҙерәк хәстәрләй белергә тейеш инде.


Тауышлы сәскәләр

Көн аяҙ торғас, баҡса юлы таҙа икән. Һәҙиә еңел ҡатаһын, еңһеҙ күлдәген кейеп кенә өй алдына сыҡҡайны, тағы теге аяуһыҙ серәкәйҙәр ябырылды. Был юлы ҡыҙыҡай бирешеп торманы, кистән әҙерләгән майҙы битенә, беләгенә, балтырына һөрттө лә апаһы менән шишмә буйына элдертте.

Юл буйын ҡайып йомшаҡ ҡына, һап-һары ғына сәскәләр теҙелгән. Бәпембә ти исеме.

- Ҡайһылай тәмле е-е-еҫ, хушбуй кеүек,- тип танау япраҡтары ябылып китерлек итеп тын тартты Ғәзизә. Эйе шул, тупраҡтан да, үләндәрҙән дә, сәскәләрҙән дә, ағастарҙан да һулап туймаҫлыҡ еҫ аңҡый. Һәҙиә лә быны һиҙгәйне инде, тик әйтә генә белмәгән.

- Ҡара әле, анауында бәпембәләр йүгерешә, - тине үҙе шунда уҡ икенсе нәмәне күрә һалып.

- Ҡайҙа, ҡайҙа?

- Етмәһә, тауыштары ла ба-а-ар, - тип таң ҡалды Һәҙиә.

- Ҡарауылсы ағай аҫырған себештәр бит ул, - Ғәзизә апаһы үпкәләтмәй генә йылмайып ҡуйҙы. Белмәгәненән көлгәнде яратмай бит туғаны үҙе кескәй булһа ла.

Себештәр сип-сип килешеп, ерҙән, үләндән ниҙер сүпләй.

- Ә улар нисек барлыҡҡа килә? - тип һорай һалды Һәҙиә.

- Йомортҡанан сыға, - тине апаһы.

- Нисек инде улай? Күпме ашағаныбыҙ бар, эсендә бер ниндәй ҙә себеш күргәнем юҡсы.

Апаһы алдаша тип уйлап, үпкәләп китте хатта Һәҙиә.

- Ана, әсәләре ҡурҡылдап йөрөй, ул оҙаҡ-оҙаҡ итеп, әллә нисә көн йомортҡаны йылытып ултыра ла себеш сыға, - тип яуапланы йәнә Ғәзизә. - Ғәжәп, эйе бит, нисек йомортҡа себешкә әйләнә икән?! Быны мин үҙем дә белмәйем.


Аяҡлы балыҡ

Ағастар араһынан йәшеренеп кенә шишмә ағып ята. Ул сыҡҡан урынға, ҡоҙоҡ һымаҡ итеп, ҙур булмаған бурама ултыртып ҡуйғандар. Өҫтөндә ҡапҡасы ла бар.

- Сүп-сар, ҡош балаһы йә йәнлек төшөп ҡуймаһын өсөн ҡапҡас эшләгәндәр. Өҫтөнә эйелмә, һинең дә төшөп китеүең бар, - тип аңлатты Ғәзизә.

Һәҙиә бурама аҫтынан урғылып сыҡҡан һыуға ҡулын тыҡты.

- Уй, ҡайһылай уҫал һыу... - тип бер аҙҙан ҡулын тартып та алды.

Апаһы ҡайһылай аҡыллы, сәбәбен аңлатып та бирҙе:

- Уҫал түгел, ныҡ һыуыҡ, һөйәгең зәңкей шуға. Эҫелә кеше ҡапыл һалҡын һыуға төшһә, йә эсһә, ауырый ҙа ҡуя. Етер, шишмәлә күп булашма.

Булашмаҫҡа ни, ана, һыу эсендә аяҡлы бер балыҡ йөҙөп йөрөй ҙәһә. Ҡулы ла бар. Нәҡ кешенеке кеүек. Тик бармаҡтары ғына әҙерәк шикелле.

Бер аҙҙан күңелләнеп ҡысҡырып та ебәрҙе:

-Апый, мин балыҡ тоттом!

- Ҡайҙа-ҡайҙа?

- Бына!

Усын йәйеп ебәргәйне, ҡулындағы йән эйәһе елп итеп ергә һикереп тә төштө.

Ғәзизә көлөп ебәрҙе:

- Балыҡ түгел бит ул, ә әрмәнде. Күрмәйһеңме ни тәпәйле икәнен, ә йөҙгөстәре юҡ.

Ә Һәҙиә һыуҙа тик балыҡтар ғына йөҙә тип уйлағайны. Апаһы иһә:

- Мин былтыр өләсәйем менән тоҙ һыуына барғанда хатта туҙбаш йылан йөҙөп йөрөгәнен күрҙем, - тип өҫтәне. - Ҡылйыландар ҙа була икән, сәс кеүек нәҙек кенә. Ләмдә әллә ниндәй ҡуңыҙҙар, әкәм-төкәмдәр ҙә йәшәй әле ул.

- Кит, улай булғас, нишләп беҙ был һыуҙы эсәбеҙ?- тип ғәжәпләнде Һәҙиә. - Крандан ғына алырға кәрәк.

- Әллә, олатайым, ошо һыуҙан да һәйбәте, таҙаһы юҡ, ти ҙәһә.

Аптырарлыҡ инде был ололарға. Өләсәһе туҡтауһыҙ ҡул йыуҙырта ла ҡул йыуҙырта, ә үҙе кисә һыйырҙан сығарған һөттө эсереп маташты. Әсәйемдәр магазиндан алғанды ғына тотона, һеҙҙеке бысраҡ, тип күпме әйтеп ҡараны - тыңламайҙар ҙа, аңламайҙар ҙа. Ауыл һөтө таҙараҡ, файҙалыраҡ, яңы һауғаны бигерәк тә, тип ышандырып маташтылар. Тик Һәҙиә ныҡ торҙо, эсмәне. Ә апаһы һорап тороп алды. Иҫ киткес тәмле, тигән була.

Хәҙер һыу ҙа эсмәй йөрөргә тура килерме икән?


«Ашамайым, эсмәйем»

Һыуҙан ҡайтҡас уҡ Һәҙиә хәбәр һалды:

- Мин һут ҡына эсәм, һыуығыҙ ҙа, һөтөгөҙ ҙә бысраҡ.

Өләсәһе ҡарышманы:

- Ярай, бәләкәсем, хәҙер һығып алабыҙ уны.

Үҙе һаман магазиндан алған һауытты асыу юҡ, түтәлдәр яғына ыңғайланы. Ҡуҙғалаҡ, ирәүән тигән үләндәрҙең япрағын, һабағын йыйып алды ла, мөгәрәптән сығарған алманы, кишерҙе йыуып, бөтәһен дә һут һыҡҡысҡа һалды.

Һәҙиә ҡуҙғалаҡ үҫкән түтәлдә - селәүсен, ә ирәүән буйлап ниндәйҙер ҡарышлауыҡ үрмәләгәнен күргәйне. Бер алма эсенән ҡорт килеп сыҡты.

- Бындай һутты эсмәйем, - тип ҡаршылашты ҡыҙыҡай. Үҙе олатаһына ҡарай. Бына ул бөтәһен дә белә, моғайын, ейәнсәрен яҡлашыр.

Ә ул :

- Кил әле, ҡолонсағым, ашағың, эскең килмәһә, ҡалдырып тор. Бер нәмә күрһәтәм, - тип һүрәтле ҡалын китап килтереп сығарҙы.

Бик аҡыллы китап булып сыҡты ул. Магазинға аҙыҡ-түлектең ҡайҙан нисек килгәне лә, кранға килгән һыуҙың ниндәй юл үткәне лә тотош һүрәткә төшөрөлгән. Һәҙиә, әлбиттә, олатаһы күрһәткән нәмәләрҙе тотош аңламаны, әммә шуны белде - һатыуҙағы һөт тә һыйырҙан һауыла, йомортҡаны тауыҡ һала, икмәк тәүҙә үлән кеүек яланда үҫә, өйгә килеп торған һыу - Ағиҙелдән, Ҡариҙелдән. Сәселгән нәмәләр яҡшы үҫһен өсөн ашлама тигән нәмә һалалар, ә уны шулай уҡ мал бирә, ти.

- Беҙ өҫтәлгә ҡуйған ризыҡ - тәмле, туҡлыҡлы, таҙа. Һин тиҙерәк үҫһен, ауырымаһын тип тырышабыҙ бит, - тине олатаһы. - Баҡсала ла емеш-еләк, йәшелсәне шуның өсөн үҙебеҙ үҫтерәбеҙ. Һәйбәт һыу менән йыуабыҙ.

Кис өләсәһе икмәккә ҡаймаҡ һылап, өҫтөнә еләк һалып бирҙе. Әй тәмле! Тағы һорағайны, Ғәзизә апаһы көлөп ебәрҙе:

- Ә беләһеңме, ҡаймаҡ һыйырҙан алған һөттән айыртыла. Һин бит магазин һөтө генә эсәм, ти инең.

Һәҙиә башта бер аҙ баҙап ҡалғайны, әммә яуабын тиҙ тапты:

- Ҡаймаҡ сипараттан аға, вәт, ә һыйырҙан түгел. Шулай булғас, ашайым!


Ҡартайған себештәр

Һәҙиә менән Ғәзизә баҡсала тиҙ үк ҡаланы һағынғайнылар, ҡайтҡас, Аҡманай буйҙарын юҡһына башланылар. Һәҙиә хатта төшөндә лә баҡса янындағы ауылды күрә. Йә быҙау ҡыуа, имеш. Йә һары сәскә кеүек йомшаҡ ҡына себештәр араһында уйнай. Береһен ҡулына алырға итһә, өләсәһе тыя:

- Улай ярамай, юҡһа, сибек, ауырыу булалар, - ти.

Нәҡ өндәге кеүек. Ҡыҙыҡай көн дә:

- Атай, тағы баҡсаға алып бар әле, йәме, - тип инәлә. Тик оҙаҡ ҡына юлға сыға алманылар - атаһының эше күп.

Йәй аҙағында ғына баҡсаға барырға ваҡыт таптылар.

Юл буйы Һәҙиә ҡарауылсы ағайҙың сепекәйҙәре тураһында тәтелдәп барҙы. Атаһы ғына серле йылмая. Ниңә йылмая икән?

Ҡапҡанан барып инеү менән Һәҙиә өләсәһе ҡосағына эләкте. Ҡыҙыҡай уны сутылдатып үбеп алды ла, тиҙерәк ҡулдан төшөп ҡарауылсы ихатаһы яғына йомолдо. Тик унда ваҡ-ваҡ тауыҡтар ғына күренде.

- Ә себештәр ҡайҙа булды? - тип һораны ул һағайған тауыш менән. Өләсәһенең:

- Ана шулар инде, - тиеүенә ышанмайыраҡ та торҙо. Ниндәй һағынғайны бәләкәстәрҙе, ә улар ҡауырый-ҡанат үҫтереп, йәмһеҙләнгән дә ҡуйған. Тауыштары ла йәшелле-күкле.

- Ҡайһылай тиҙ ҡартайғандар, - тине ул һуҙып ҡына. - Ә мин һаман бәләкәй. Тағы балалар баҡсаһына апаралар, ә мәктәпкә түгел.


Балалар баҡсаһы

Көҙ ҙә етте. Һәҙиә лә хәҙер - эш кешеһе. Таң менән балалар баҡсаһына китә, шулай ата-әсәһенә ярҙам итә. Шул булдымы ярҙам, тип уйламағыҙ. Магазиндан берәй нәмә алырға булһаң, аҡса кәрәкме? Кәрәк. Ә уны ҡайҙан алаһың? Эшләмәгән кешегә бирмәйҙәр бит. Ата-әсәһе тыныс ҡына эшләп йөрөһөн өсөн Һәҙиә балалар баҡсаһына бара.

Унда ҡыҙыҡай үҙҙәренең ғаиләһе, баҡсалы ауыл, ундағы күргәндәре тураһында һөйләй.

- Беҙҙең өйҙә рәхәт, - ти ул. - Атайым да, әсәйем дә, Ғәзизә апайым да мине ярата. Мин дә уларҙы яратам. Тағы олатайымды, өләсәйемде яратам.

- Ә тағы? - тип һорай тәрбиәсе апай.

- Тағымы? Баҡсалы ауылда булырға яратам. Их, унда мату-ур! Ҙурайғас, үҙем дә матур сәскәләр, тәмле еләктәр үҫтерермен әле. Балалар баҡсаһы тигәс, мин бында ла сәскә, еләк-емеш үҫә, себештәр бар икән тип уйлағайным. Баҡса былай булмай инде.

Тәрбиәсе апай көлөп ебәрҙе:

- Балалар, һеҙ үҙегеҙ себеш кеүек бәләкәс кенә, сәскә кеүек матурһығыҙ. Һеҙ бында ҙураяһығыҙ, үҫә-үҫә мәктәпкә китәһегеҙ. Торғаны ысын баҡса, - тине.


Кемгә рәхмәт әйтергә?

Һәҙиә баҡсала Нургизә исемле ҡыҙыҡай менән дуҫлашып китте. Көнө буйы бергә уйнап, бергә һөйләшеп йөрөнөләр. Һүҙҙе Һәҙиә башланы:

- Ниндәй ҡалала йәшәгәнебеҙҙе беләһеңме? Өфөлә, ибет. Ә өйөбөҙ бейек, күккә терәлеп тора. Ҡаттары ике ҡулдағы бармаҡтар һанынса. Әй, яңылышам икән, бер сәтәкәй бармағыма ҡат етмәй. Һанап сығарҙыңмы күпме икәнен? Дөрөҫ, туғыҙ ҡатлы беҙҙең йорт.

Атайым, әсәйем, олатайым, өләсәйем менән бергә торабыҙ.

Өләсәйем бер көн хастаханаға алып барҙы. Дарыу еҫе сығып торған бүлмәлә табибә апай прививка яһаны. Һиңә яһанылармы? Ауырта, ибет. Өләсәйем кәнфит биргәнгә генә иламаным, түҙҙем.

Ҡайтышлай магазинға инеп, алма, һөт-ҡатыҡ, эремсек, икмәк алдыҡ. Кейем һатылған яғында мин өләсәйемә шәп күлдәк табып бирҙем. Үҙемә тап-таман ғынаһын. Кейеп алғайным, сискем килмәне лә ҡуйҙы. Бына ошо күлдәк. Матур бит, ибет. Туп та һатып алдыҡ, етмәһә.

Автобусҡа ултырып оҙа-а-аҡ ҡайттыҡ. Өләсәйем менән юлда “кемгә рәхмәт әйтергә” уйнаныҡ.

- Йә әле, аҡыллым, бөгөн кемдәр беҙгә яҡшылыҡ эшләне? – тип һораны өләсәйем.

- Һатыусы апайҙар, бигерәк тә миңә матур күлдәк һатҡан апай. Автобус йөрөткән ағай.

- Афарин, дөрөҫ әйтәһең. Тағы кемдәргә рәхмәт әйтергә була?

- Әлләсе.

- Иң тәүҙә кемгә барҙыҡ әле?

- Укол яһаған апайғамы? Ауырттырған өсөнмө?

- Һи, алтыным, ул бит һин ауырымаһын өсөн дарыу ебәрҙе, - тип яуапланы өләсәйем.

- Һин, моғайын, урам буйына сәскәләр, ағастар ултыртҡан кешеләргә лә рәхмәт әйткәнеңдер, ибет? – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Нургизә.

- Уй, улар иҫемә төшмәне. Икенсе юлы әйтермен әле. Моғайын, өләсәйем, дөрөҫ әйттең, тип маҡтар. Тағы мин, беләһеңме, кемдәрҙе әйттем? Күлдәк теккән кешене, күлдәклекте эшләүсене, туҡымаға мамыҡ үҫтереүсене. Йәнә икмәк бешереүсене, иген үҫтереүсене, уны тирмәндә тарттырыусыны. Һыйыр һауыусыны, унан ҡатыҡ-ҡаймаҡ эшләүсене, хатта һыйырҙы.

- Шуларҙың барыһын да үҙең әйтә белдеңме?

- Әтеү. Мин тағы алма үҫтереүсене, туп яһаусыны ла әйттем әле. Әй, беләһеңме, туп ер аҫтынан сыға икән. – Һәҙиә хәйләкәр генә йылмайып, әхирәтенең күҙҙәренә баҡты.

- Кит әй, ул бәрәңге кеүек үҫәме әллә?

- Ю-у-уҡ. Уйынсыҡтарҙы нефттән дә яһайҙар икән. Нефть – ер майы, тине өләсәйем. Уны ер аҫтынан сығаралар, бензин, кәрәсин, пластмасса, резина, йәнә әллә нәмәләр эшләйҙәр, ти. Рәхмәт әйтә торған кешеләр иҫ киткес күп икән ул, ибет?

- Эйе шул, - тип ризалашты Нурзиә. – Кемдәргә рәхмәт әйткәнеңде тотош иҫләп бөттөңмө?

Һәҙиә уйлай бирҙе лә:

- Ыһы, - тип ҡуйҙы.

- Ә минеңсә, һин иң-иң тейеш кешегә рәхмәт әйтмәгәнһең.

- Кемгә?

- Өләсәйеңә.


Йорт хайуаны ниндәй була?

- Балалар, бөгөн беҙ йорт хайуандары тураһында һөйләшербеҙ, - тине тәрбиәсе Асия апай. - Йә, кем ниндәй хайуандар белә?

Һәҙиә һорауға бик аптыраны. Йортта ул хайуандар күргәне юҡ. Бер инәйҙән һөт, ҡаймаҡ, эремсек, йомортҡа һатып алып йөрөйҙәр, тик ул һыйырҙы һарайҙа һауа. Тауыҡтары урам тулы. Яңылыш өйгә инеп китһәләр, шунда уҡ борхолдатып ҡыуып сығаралар. Баҡса янындағы яланда һыйырҙы, атты, һарыҡ-кәзәне көтөүҙә йөрөтәләр. Йорттары янында терпе, сысҡан, бесәй күренгеләне. Шишмәлә әрмәнде тотҡайны, ә юл буйында бер туҙбаш йылан осраны.

Ә-һә-ә, белде Һәҙиә - баҡса йорто эсенә серәкәй, себен ингәне бар. Ҡырмыҫҡа, ҡуңыҙ ҙа иҙәнгә ҡайҙандыр үрмәләп килеп сыға. Бал ҡорто менән һағыҙаҡ өҫтәлгә бал ҡуйыу менән осоп килеп етә. Ишектең асылғанын көтөп кенә торалар. Мөйөштәрҙә үрмәксе ау үреп бер була. Көҙ етәрәк хатта сысҡан да ҡыйыуланды, мейес артынан йылт итеп ҡалғыланы.

Бына шуларҙы тотто ла әйтте Һәҙиә йорт хайуандары тип. Асия апай шаҡ ҡатты.

- Улар бит ҡырағай хайуандар, сысҡандан башҡаһы - бөжәктәр, - тине ул. - Ә йорт хайуандары - һыйыр, ат, кәзә, һарыҡ, тауыҡ, ҡаҙ...

- Күркә, - тип ҡушылып китте һүҙгә Ғариф.

- Апай, улар бит һарайҙа йәшәй, - тип ғәжәпләнде Һәҙиә. - Үҙем күрҙем. Улар һарай хайуаны түгелме ни?

- Балалар, өй эсендә генә түгел, янындағы һарайҙа йәшәгән бөтә файҙалы хайуандарҙы йорт хайуаны тиҙәр. Улар кешегә ит, һөт, йөн, мамыҡ, тире, бал бирә. Эт йорт һаҡлаша, бесәй сысҡан тота, - тип яуапланы Асия апай.


Энәле дуҫтар

Алма бешкәс, Һәҙиәләрҙең баҡсаһына терпе йыш килә башланы. Осло моронон, хәҙер генә туптай йомарланырға торған оҙонса кәүҙәһен күргәнсе уның дөптөр-даптыр хәрәкәт иткәнен ишетәһең - әйтерһең, ауыр кәүҙәле йәнлек! Терпе иң тәүҙә һөт һалынған сеүәтәне еҫкәп ҡарай, эсә бирә лә, алан-йолан ҡаранып ситкә йүгерә. Бер аҙҙан йәнә һөт һемергәне ишетелә.

Август аҙағында инде йәнлек тамам батырайҙы, хатта болдор күтәрмәһе янына килеп, нимәлер биргәнде көтөр булып китте. Күршеләрҙе лә үҙ итә терпе:

- Мине танып тора бит ул, - тип мәрәкәләй Миңниса апай һәм Ғәзизәгә элегерәк булған бер хәлде лә һөйләне.

… Шулай бер мәл оҙаҡ ҡына юл төшмәй торғандан һуң баҡсаға килһә, ул ҡайҙандыр бала илаған кеүек тауыш ишетә. Ғәжәп итә Миңниса апаһы, әммә әллә ни иғтибар бирмәй. Йөрөй торғас, йәнә шул сыйылдау ҡолағына салына. Ул абайлабыраҡ тыңлап ҡарай ҙа, ауаздың яҡын-тирәнән килгәнен төшөнә. Бер аҙ шикләнә төшһә лә, шул яҡҡа йүнәлә һәм көҙҙән ҡаҙып ҡалдырылған бер соҡор эсендә береһенән-береһе бәләкәй терпе балаларын күрә. Тегеләрҙе сығарып ергә һала ла өйөнә табан атлай апай. Бер аҙ барғас, артынан нимәлер туптырҙап килгәнен ишетеп, боролоп ҡараһа – теге меҫкендәр. Бер тотам да артынан ҡалмай эйәреп йөрөйҙәр икән ашарға һорап. Туйҙырып, терелтеп алған күршеләре табылдыҡтарҙы.

Йәнлектәр ҙә аңлай икән изге ниәтте, үҙҙәрен яҡлағанды. Үҙе лә игелекле икән ул терпе. Сысҡандарҙы тота, төрлө зарарлы бөжәктәрҙе лә ашай, ти өләсәһе. Хатта йыландар ҙа унан ҡурҡып ҡаса икән.

Бер көндө кис Һәҙиә өй янындағы өҫтәлдә һауыт-һаба йыуырға сыҡҡан еренән ҡурҡып йүгереп килеп инде:

- Өләсәй, өҫтәл аҫтында имәнес тауыш сығарып нимәлер ята!

Сығып ҡараһалар, бәрәңге, ҡыяр ҡабыҡтары һалынған бидон эсендә терпе борһалана. Убырҡай! Ингән дә, сыға алмай. Шул көндән ул бик күренмәҫ булды: әллә үпкәләне, әллә ҡурҡып ҡалды.

Һәҙиә хәҙер кис һайын дуҫтарына тәмлекәстәр әҙерләп һалып ҡуя. Үҙе терпеләр ҡурҡмаһын өсөн йыраҡҡараҡ китә. Тегеләр һаҡ ҡына килеп һыйланалар ҙа тиҙерәк табан ялтыраталар. Әйҙә, йәшенһендәр, тик ас ҡына йөрөмәһендәр!


Бәпестәргә закон кәрәкме?

Ҡыҙҙарҙың өләсәһе депутат булып эшләй, закондар сығара. Ейәнсәрҙәре, яҙғаныңды уҡып күрһәт тә уҡып күрһәт, тип теңкәһенә тейә торғас, ул ҡағыҙҙарын ҡулына алды. Тик ниңә уҡытҡан көнгә төштөләр - күңелһеҙ, күп һүҙҙәре аңлашылмай.

- Һин тәмле бешерәһең, ойоҡбаштарҙы матур бәйләһең, әкиәттәрең ҡыҙыҡ. Тик закондарың әллә ниндәй - йоҡоно килтерә, - тинеләр бер аҙ тыңлағас. - Бик кәрәкмәгән эш менән булаһың икән.

Өләсәләре көлөп ебәрҙе. Уларҙы ҡосағына алып, былай тине:

- Яңылышаһығыҙ, ҡолонҡастарым. Бына һине, Ғәзизә, донъяға врач апай ҡабул итте - закон буйынса шулай тейеш. Исем ҡушылыу менән һиңә тәүге документ - метрика бирҙеләр, тимәк илебеҙҙә йәшәгән кеше тип иҫәпкә алдылар. Ә илебеҙҙә бәләкәстәргә ҡағылышлы закондар, тимәк, ҡағиҙәләр, бик күп.

- Ә миңә тигән закон бармы? - тип һораша башланы Һәҙиә, ҡыҙығып китеп.

- Бар, әлбиттә. Ҡайһылары буйынса атай-әсәйеңә һине аҫрау өсөн күпмелер аҡса бирелә. Законы булмаһа, балалар баҡсаһына ла йөрөй алмаҫ инең. Әле бына мәктәпкә һабаҡҡа төшөргә әҙерләнәһең. Беренсе синыфҡа барғанда һиңә түләүһеҙ дәреслектәр бирәсәктәр - былар барыһы ла закон буйынса эшләнә.

- Өләсәй, закондар бик шәп нәмә икән бит.

- Эйе, улар буйынса сабыйҙар тураһында хәстәрлек күрелә. Бик күп мәктәптәр төҙөлә, бәпестәре күп булған әсәйҙәргә аҡсалата ярҙам бирелә, миҙал менән бүләкләйҙәр. Ана, Зөһрә әхирәтеңдең ун ағай-апаһы булғас, Президент уларға өй, бәләкәй автобус бирҙертте.

- Ә Хәбир ағайым каникул ваҡытында лагерҙа ял итергә тейеш тип тә закон сығарыламы?

Өләсәләре тағы күңелле итеп көлөп ебәрҙе.

- Закон бөтә балалар өсөн сығарыла, бер һинең ағайың өсөн генә түгел.

Һәҙиә эстән генә, үҫкәс Президент булырмын һәм бик шәп закондар сығартырмын, тип уйлап ҡуйҙы. Уның шикелле бәләкәстәрҙе яратыр, халыҡҡа изгелектәр эшләр. Иң-иң һәйбәт, иң-иң кәрәкле кеше - һин, тиерҙәр.


Президент исеме

- Өләсәй, ә һин Президент тураһында әкиәт беләһеңме? – тип һораны Һәҙиә.

- Белмәйем, белмәһәм дә һөйләйем, - тип шаяртып яуапланы ул һәм теҙеп алып китте:

- Йәшәй, ти, бар, ти, Исемдәр батшалығы. Һәр халыҡтың исемдәре урам-урам булып йәшәй, ти. Ваҡыт-ваҡыт кеше телен белгән матур алтын ҡоштар осоп килә лә, берәүһен кешеләр араһына алып китә. Ҡайһы саҡ ҡанатлы ҡунаҡтар бик оҙаҡ һайлана - иң-иң шәп исем әллә ҡайҙа йәшенә лә ҡуя, ти.

Бер көндө башҡорт урамы ҡоштар һайрауына сумған.

- Беҙгә бөгөн бик яуаплы эш тапшырылды: был халыҡтың тәүге президенты булыр бәпес донъяға килде, - тип сутылданы, ти, ҡоштар башлығы.

- Ундай сабыйға берәй ғәҙәти булмаған исем ҡушырға кәрәк. Бәлки бүтән халыҡтар урамынан эҙләп ҡарарбыҙ? - тигән Исемдәр батшаһы. Бындай тәҡдимгә башлыҡ риза булмаған:

- Халҡына, халҡы биләгән ерҙә йәшәгән һәммә милләттәргә етәксе булыр башҡортҡа бүләкте үҙенең урамынан алабыҙ. Исем кешегә юҡҡа ғына бирелмәй бит, ә яҙмышын билдәләй. Беренсе президент донъяға килер нәҫелде беҙ күптән билдәләп ҡуйғанбыҙ инде. Шуға ла малайҙың олатаһына Рәхим тип ҡуштыҡ. Мәрхәмәтле, шәфҡәтле, аяусан булһын, тинек.

Атаһының исеме - Ғөбәйҙулла, Алла ҡоло тигәнде аңлата. Иманлы, бик яҡшы кеше, тимәк.

Ә үҙенә Мортаҙа исеме таман булыр. Мәғәнәһе - һөйөклө, һайлап ҡуйылған, артыҡ күрелгән.

Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы Рәхимов - күпме аҫыл сифаттар бирәсәк был исемдәр үҙенең эйәһенә!

Ошолай тип тамамлаған ҡоштар башлығы һүҙен һәм сабыйға тәғәйенләнгән иң һәйбәт исемде суҡышына ҡыҫтырып Башҡортостанға юл алған.


Башҡортостан - беҙҙең ил

Ана, балалар баҡсаһынан һөйөнә-һөйөнә бәләкәстәр сығып килә. Һәҙиәнең иптәштәре улар. Алмас, Сәлимә, Рамаҙан, Мөхәмәт, Ғәйшә, Гөлнаҙ, Айһылыу, Камилә, Зөфәр бер яҡҡа ҡайта. Бөгөн улар өсөн хушлашыу кисәһе үткәрҙеләр – көҙ мәктәпкә йөрөй башлаясаҡтар. Һәҙиә шиғыр һөйләгәндә тәрбиәсе апайҙар ниңәлер хатта күҙҙәрен һөртөп ҡуйҙы.

Хушлашыр ваҡыт та етте,

Беҙгә ете йәш тула,

Мәктәп өсөн беҙ - иң кесе,

Ә баҡсала - ветеран.

Уҡыйбыҙ ҙа, яҙабыҙ ҙа,

Бейейбеҙ ҙә йырлайбыҙ,

Беҙҙе һөнәргә өйрәткән

Апайҙарҙы ҙурлайбыҙ.

Һис ваҡытта онотмабыҙ,

Тәрбиәсе апайҙар,

Һеҙгә оло рәхмәт уҡый

Әсәйҙәр һәм атайҙар!

Ҡаланың башҡорт мәктәбенә дуҫтар бергә йөрөйәсәктәр. Уларҙы яраталар. Өйҙәрендә күңелле. Улар Башҡортостан тигән матур илдә йәшәй. Улар - бәхетле.

Һәҙиәнең ҡаршыһына Ғәзизә апаһы йүгерә. Ниндәй һәйбәт уның апаһы!

- Мин баҡсала шул тиклем күп нәмә белдем, - ти һалды ҡыҙыҡай. Һәм байрам нисек үткәнен һөйләй-һөйләй апаһының эргәһендә һикерәнләне.

Китеп баралар, үҫеп баралар. Үҙҙәре генә быны һиҙмәй.