Ғәйбәтсе. Фирүзә Абдуллина.


Ғәйбәтсе. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2012.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Хуплап ҡына, маҡтап ҡына,
Яйлап ҡына, майлап ҡына,
Уң яғынан һыйпап ҡына
Хәбәр йыя барыһынан ғәйбәтсе.

Бар донъяны айҡап йөрөй,
Тирә-йүнде байҡап йөрөй,
Бар бысраҡты сайҡап йөрөй,
Этлек кенә уйлап йөрөй ғәйбәтсе.

Аҡты ҡара, юҡты бар, тип,
Йырҙы зар тип, киңде тар тип,
Шәпте хөрт тип, күпте сүп тип,
Уңды һул тип иҫбат итер ғәйбәтсе.

Эс сереңде һурып ала,
Бар ғәләмгә асып һала,
Нахаҡтарҙан кәрәҙ ҡоя,
Икеләтә өҫтәп ҡуя ғәйбәтсе.

Көнсөллөгө сиктән ашҡан,
Йөрәгендә ағыу ташҡан,
Теле йылан кеүек саҡҡан
Ашҡа ҡаршы тик таш атҡан ғәйбәтсе.

Мәкер селтәрҙәрен элә,
Албырғатып алып инә,
Ҡанды һура, йәнде ала,
Әйтерһең дә ҙур әшәке үрмәксе.