Ҡайырылып тағы бер ҡарайым. Тамара Искәндәриә

Ҡайырылып тағы бер ҡарайым (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ҡайырылып тағы бер ҡарайым


Ҡайырылып тағы бер ҡарайым,
Ҡайырылып таңдан өндәшәм.
Берҙән-берем минең, берҙән-берем,
Һин ерҙә бул ғына, һин йәшә!

Бер ни кәрәк түгел миңә һинән,
Һин дә миңә күптән битараф,
Гүйә һис ҡасан да тоҡанмаған
Шәфәҡ яҡтыһынан бар тараф.

Иҫеңдәме, йәшел һуҡмаҡ буйлап,
Оло юлға икәү атланыҡ?
Тик ул кискә, иркәм, һис ҡасан да
Икәүләшеп инде ҡайтманыҡ.