Ҡайҙа икән, ҡайҙа яҙ?(шиғыр). Ислам Морат

Ҡайҙа икән, ҡайҙа яҙ? (Шиғыр )
автор Ислам Морат
Ижад итеү ваҡыты: билдәһеҙ. Нәшер ителгән: 2005 йыл. Сығанаҡ: "Аҡбуҙат" журналы № 3, 2005 йыл


Ҡайҙа икән, ҡайҙа яҙ?


 Эй ялҡытты оҙон ҡыш,
Яуа ҡар, олой буран,
Көрт баҫҡан ихатаны,
Ҡар тауы-бөтөн урам.
Сыҡты китте ата ҡаҙ:
Ҡайҙа икән, ҡайҙа яҙ?
Барҙы эҙләп йылғаға,
Яҙ шул әле булмаған!
Боҙ ҙа боҙ тирә-яҡта,
Тирәктәр тора һаҡта,
Асылмаған бөрөләр,
Ә үҙҙәре эреләр!
Ҡайҙа икән, ҡайҙа яҙ?
Ары китте ата ҡаҙ,
Урманға барып сыҡты,
Үҙе бик-бик асыҡты.
Ҡысҡырҙы ул"Ҡа-ҡа-ҡа!"
Яуап бирҙе Тумыртҡа:
-Бөжәк менән һыйлайым,
Инсе, ин минең йортҡа!
Бөжәк менән һыйланы,
Ҡаҙ бит уның ҡунағы.
-Ҡайт,-тине ул,-өйөңә,
Яҙ киләсәк, көйөнмә.
Ҡайтып бара ата ҡаҙ:
Ҡайҙа икән, ҡайҙа яҙ?
Ҡапыл күктә ҡарғалар
Ҡысҡырышты:
-Ҡар-ҡар-ҡар!
Алып киләбеҙ яҙҙы,
Сыҡ-сыҡ, ҡояш,
Ҡояш, сыҡ!
Алыҫтан, йылы яҡтан,
Ҡайтып киләбеҙ осоп.
Эй ҡысҡыра ата ҡаҙ:
-Алып ҡайттым һеҙгә яҙ,
Мине ҡаршы алығыҙ,
Ашарға ем һалығыҙ!


2005 йыл