Ҡайҙа киттең?

Ҡайҙа киттең? (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 06.12.1983. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (26-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


ҠАЙҘА КИТТЕҢ?


Ебәк таҫма һуҙып ер өҫтөнән,
Һуңғы йәме аға яҙҙың да.
Ҡайҙа киттең?
Һинһеҙ ҡулым бармай
Илертерлек йырҙар яҙырға.
Иш итмәйем һандуғастар моңон,
Ағастарҙың йәшел күлдәген.
Ҡайҙа киттең?
Һуңғы сәләмеңде
Яҙғы елдәр күккә елгәрҙе.
Ҡайҙа киттең?
Ниндәй ҡояш бөгөн,
Ниндәй елдәр ҡарҙы илатты?
Аҡ шатлығым аҡты…
Яҙ елдәре
Илатманы бары ир-атты.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.