Ҡайҙа һайрай һандуғас?(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

Ҡайҙа һайрай һандуғас? (Шиғыр)
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ҡайҙа һайрай һандуғас?


 Ҡайҙа һайрай һандуғас,
 Йыры моңло шул ҡәҙәр!
 Эҙләнем йырсы ҡошсоҡто,
 Таба алманым мәгәр.
 Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай,
 Ҡайҙа һуң тирәккәйе?
 Ни тиклем моңдо һыйҙыра
 Кеп-кескәй йөрәккәйе! 
 Ҡайҙа һайрай һандуғасҡай,
 Эҙләп табырға ине;
 Уның бөтә йырҙарын да
 Отоп алырға ине.


1996 йыл