Ҡара болот булып ауыр уйҙар
Баҫып алды күңел күгемде…
Дөм ҡараңғы шырлыҡ араһында
Аҙашҡандай тойҙом үҙемде.
Шик-шөбһәләр тырнай күңелемде,
Урын таба алмай бошонам…
…Бына шулай үлеп тереләм дә,
Йәнә ҡошсоҡ булып осонам!
Йәнә һауаларға күтәреләм,
Йәнә офоҡтарға атылам,
Йәнә, диңгеҙ кеүек, ярға һыймай
Тулап, дулап, арып, мин тынам…
Берсә өшөп, упҡындарға төшөп,
Берсә бешеп, янып ялҡында,
Берсә илап, берсә шашып көлөп
Берсә йәшәүҙәрҙән ялҡам да…-
Йәнә донъяларға һөйөп бағам!
Йәнә алданырға әҙермен…
Битарафлыҡ ҡына ҡағылмаһын –
Ҡалғанына инде түҙермен.