Ҡулдарымды төйөп ҡамыр баҫам,
Күпертеп тә икмәк һалырға,
Күҙҙәремдән тамған йәштәремдең
Тәме оҡшаш әсе ҡамырға.
Иртә әле.
Күпереп тә еткәс,
Әйләндереп баҫам ҡабаттан,
Ҡулдарымдан йылы алған яҙмыш
Ята кеүек тормош-табаҡта.
Инде генә күтәрелдем тигәс,
Яҙмышымды баҫып төшөрәм,
Осраҡлыҡтан килгән еңеүҙәрҙең
Сөсө икәненә төшөнәм.
Тамһын, тамһын әсе йәштәрем дә,
Маңлайымдан аҡһын тирем дә,
Тормошом да, яҙмышым да миңә
Тик бер тапҡыр ғына бирелгән.
Өлгөлгәнсе баҫам ҡамырымды -
Күпереп тә ҡалҡһын икмәгем,
Иң тәмлеһе, беләм, бүтән түгел,
Үҙең бешергәне икәнен.