Ни ҡөҙрәттән ерҙә йәшәй кеше,
Ни ҡөҙрәттән донъя баш ала,
Ни ҡөҙрәттән бәндә - бәндәгә ҡол,
Ни ҡөҙрәттән тыуа батшалар?!
Ни ҡанунға буйһоноптар икән
Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙабыҙ,
Бәндә ҡанундарын боҙмаҫ өсөн
Донъя ҡанундарын боҙабыҙ.
Имеш, бәндә көслө,
баш бирмәһәң
Тәҡдирендә уның баш киҫеү,
Ғәйрәтлегә аҡыл кәрәк түгел,
Упҡында ла, имеш, бар кисеү.
Кисеү барҙыр,
әммә ғәйрәт кенә
Йөрөтәме әҙәм балаһын,
Һап-һай ерҙә кисеү тапмағанда
Ниндәй ҡөҙрәт аңды ала һуң?
Мәңгелекте теҙгә бөгөр төҫлө
Ҡанун уйлап бәндә үртәлә,
Ә ҡануны бөгөн таман булһа,
Өр-яңыһы кәрәк иртәгә.
Бөгөнгөгә ярар ҡанун менән
Илгә бәндә итә идара,
Үҙен Алла тойған бөйөк хаким
Хаҡ әмере килһә - бисара.
Пәйғәмбәрҙәр көн дә тыуамы ни...
Ябай бәндә яҙа ҡанундар.
Үҙе яҙа, үҙе боҙа тора -
Ни үкенес, шундай ҡанун бар...