Ҡан баҙары. Дауыт Юлтый

Ҡан баҙары (Шиғыр)
автор Дауыт Юлтый
Ижад итеү ваҡыты: 1916.


Ҡан баҙары



Тоҡтомалдан ергә төштө
Бер-бер артлы бомбалар,
Бер поезд булған һәләк һәм
Бер ауылда ҙур пожар.

Йөҙ вә мең саҡрым һуҙылған
Киң фронтта ҡан аға,
Йәнҡыярҙар унда асҡан
Ит вә ҡандан ҙур баҙар!

Ҙур пожар, ҡандан баҙар!..
Был баҙарҙа барыһынан да
Арзан әйбер: ит вә ҡан.
Көн һайын меңдәр шәһит:
Меңдәр аяҡ-ҡулһыҙ, сатан.

Бында ҡан!.. — Артта Ватан-
Пәруар халыҡтар ҡысҡыра:
Барыһынан да беҙгә ҡыйбат,
Беҙгә ҡыйбат ил, Ватан!
Бында ҡан! Унда Ватан!

Ҡанлы һуғыш дәһшәтенә
Түҙмәгән һалдат бахыр;
Түҙмәгәс, ҡасҡан...
Ләкин Һалдатты тотҡандар ахыр.

Император исеме менән
Ул бахыр алға бара;
Ул бара атылыу өсөн!, һуң
Ул бахырҙы кем атыр?
Ул бахырҙы кем атыр?

Көн вә төн туп, йәҙрә аҫтында...
Шулай һәр таң ата,
Ыңғырашып һәр ерҙә мәжрух
Йән бирә алмай, ҡан ата.

Был фажиғ ҡанлы баҙарҙы
Кемдәр асҡан? Кем өсөн?
Биш түгелгән тауарын
Кем ала, кемдәр һата?
Кем ала, кемдәр һата?

Аһ, «туғандар ҡәбере» һәр көн
Һәр урынға өҫтәлә;
Һәр яҙын унда йәшел,
Төрлө үләндәр үҫһә лә,—

Баш күтәргәс,— ҡан менән,
Һәр япрағынан ҡан тама,
Унда донъя күңеленән сыҡҡан

Фоған, хәсрәт яна.
Ҡан тама! Хәсрәт яна.

Шаулаған япраҡ — үлемде
Көйләгән шомло ҡурай;
Мин — мәйет! Йәнле мәйет!
Кәр йәҙрә минән ҡан һорай!

Выжлаған һәр йәҙрәләр, һәм
Гөжләгән һәр снаряд,
Ьәр сағылған ҡурҡыныс уттар
Үлемдән төш юрай,
Йән юрай, ут төш юрай!

 


1916