Ҡараҡтың бүрке яна(әкиәт). Башҡорт халыҡ ижады

Ҡараҡтың бүрке яна ( әкиәт )
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Ҡараҡтың бүрке яна


 Элекке ваҡытта берәүҙең аты юғала. Кем урлағанын асыҡлау өсөн, бөтә халыҡ бер урынға йыйыла, һорашалар-һорашалар, берәү ҙә белмәй ҙә, әйтмәй ҙә. Шул саҡ бер кеше:
— Мин ул кешене беләм. Урлағанын үҙем күрҙем. Һеҙ ҙә ҡарағыҙ әле: уның бүркендәге һаламға ут ҡапҡан! — тип һөрән һала.
Шуны ишеткәс тә халыҡ араһында ултырған берәү тота ла бүркен ҡаға. Бөтәһе лә быны күреп ҡала. Уны тотоп алалар ҙа, һорашып-тикшереп, язаға тарттыралар.
 


2006 йыл