Бөгөн иртән тороуға Кинйәнең тәҙрәһенән бер ни ҙә күренмәй ине. Ул белә инде был томан, тик былай ҡуйы томанды күргәне юҡ әле Ул йүгереп өләсәһе янынна сыҡты.
-Өләсәй, тышта томан, мин нисек уйнармын инде,- тине ул -өләсәһенә.
-Томан тарала ул улым, берәй ҡош килер,- тине өләсәһе.
Кинйә түҙемһеҙлек менән томандың тиҙерәк таралғанын көтә башланы. Бына бына ул яйлап ҡына күтәрелде, ҡояш нурҙары ла күренде. Кинйә ишек алдына сыҡты. Өләсәһе дөрөҫ әйткән икән. Һарайҙары эргәһендә , тимер сымдарында ҡоштар ултыра. Кинйә атылып өйгә керҙе.
-Өләсәй, ысынтылап та ҡоштар килгән, беҙҙең һарай эргәһендә ултыралар.
-Күрҙем, балаҡайым, күрҙем,- тине өләсәһе. Ҡарлуғастар улар.
- Улар беҙҙең һарайҙа йәшәйәсәкме?- тине лә Кинйә, һүҙен дауам итте.- Былтыр бит улар беҙҙең һарайҙа йәшәне.
-Юҡ бәләкәсем, улар беҙҙең һарайҙа бала ғына сығарҙы. Һин былтыр бәләкәй булғанға мин һөйләмәгән инем, ултыр эргәмә, һиңә ҡарлуғастар тураһында һөйләйем әле. Кинйәнең арҡаһынан яратып, эргәһенә ултыртты.
-Улар күсмә ҡош, көҙгө һалҡындар етеү менән алыҫ юлға ҡуҙғалалар. Ҡышлау урындары- алыҫ Африка илдәре. Унда мосолмандар йәшәй. Ишетәһеңме улар нимә тип һайрай.
-Юҡ, өләсәй, әйт әле.
-Улар, “үәсәҡәһем, раббаһым, шарабараһым, таһураһум” ,-ти.
-Ә ул нимәне аңлата?
- Аллаһы Тәғәләгә маҡтау әйтәләр, доға ҡылалар.
-Ә уларға был доғаларҙы кем өйрәтә?
-Уларға ул Үҙе, Аллаһы Тәғәлә өйрәтә.
- Африка ҡайҙа икән ул?
-Африка ҡитғаһы бик йыраҡ, уның эргәһендә Ғәрәп ярым утрауы бар. Африканы һәр яҡтан диңгеҙ уратып алған. Унда Нил тигән йылға аға. Көҙ еткәс, беҙҙә улар туҡланырлыҡ себен- серекәйҙәр бөтһә, улар шул тарафтарға, Ҡыҙыл диңгеҙ ярҙарына, Нил йылғаһы буйына китәләр.
-Хәҙер белдем өләсәй, “Ә Ҡыҙыл диңгеҙҙең һыуы ысынлап та ҡыҙылмы икән?
-Юҡ, һыуы ҡыҙыл түгел. Ул турала айырым һөйләрмен. Ә хәҙер, ҡарлуғастар тураһында риәүәйт һөйләйем. Ни өсөн, ҡарлуғастың ҡойроғо ҡыйғас икәнен беләһеңме?
-Юҡ, өләсәй.
-Улайһа тыңла.
Ҡарлуғастар риәүәйәте
Нух пәйғәмбәр ваҡытында була был хәл. Бөтә донъяны һыу баҫа. Нух пәйғәмбәр ҙур кәмә яһап ала ла, бөтә хайуандарҙы икешәр итеп йыйып алып йөҙә. Һыу ҡайтҡанын көтәләр. Шул саҡ сысҡан кимереп кәмәне тишә. Нимә эшләргә белмәйҙәр. Нух пәйғәмбәр: кемдә кем шул тишекте таба, уның бер үтенесен үтәрбеҙ, ти. Барыһы ла бик тырыша. Тик йылан өлгөр була, тишекте таба. Уны бал ҡортоноң балауыҙы менән ямап ҡуялар.
Ер ҡороп, барыһы ла иркенгә сыҡас, Нух пәйғәмбәр йыландың үтенесен һорай. Йылан:Мин донъялағы иң тәмле йәндең итен ашап йәшәргә теләйем, ти. Нух пәйғәмбәр һайлау өсөн серекәйҙе ебәрә. Ул шул хәтлем оҙаҡлай, һәр йәнлектең ҡанын тәмләп ҡарай торғас, кис төшә. Уны эҙләргә ҡарлуғасты ебәрәләр. Ҡарлуғас серәкәйҙе эҙләп таба ла:
-Кемдең ҡаны иң тәмлеһе булды?- тип һорай. Иң тәмлеһе кешенеке, ти серәкәй.
Ҡарлуғас:Ҡайҙа уның тәмен миңә лә тәмләт әле, -ти. Серекәй аптырай, нисек итеп тәмләтәйем, мин бит уны эсеп бөтөрҙөм, - ти.
-Уның тәме моғайын һинең телеңдә ҡалғандыр, -ти. Бер ни аңламаған серәкәй оҙон телен сығарып һуҙа, ҡарлуғас серәкәйҙең телен өҙөп тә ала. Серекәй ни эшләһен. Нух пәйғәмбәр унан һораһа ла яуап бирә алмай, “беҙ- беҙ” тип тик тора икән, ти. Ҡарлуғасҡа, ул ни әйтергә теләй тип һорарға мәжбүр була Нух пәйғәмбәр.
- Ул, иң тәмле ит баҡаныҡы тип әйтергә теләне, ти серәкәй.
Шунан алып йыландар тик баҡа менән туҡлана, ти. Ә йылан бит кеше итен ашарға теләгән, ул шулай булыр тип өмөт иткән. Ҡарлуғасҡа ынтыла, тик уны йоторға өлгөрмәй, тик ҡойроғон ғына өҙөп өлгөрә. Шуға ла ҡарлуғастың ҡойроғо шулай ярты ғына булып ҡалған, ти.