Бер малайҙың олатаһы бик ҡартайып киткән. Аяҡтары йөрөмәй, күҙҙәре күрмәй, ҡолаҡтары ишетмәй башлаған. Тештәре лә ҡойолоп бөткән. Улы менән килене уны үҙҙәре менән бергә өҫтәл артына ултыртмай, мейес артында ғына ашата икән.
Бер тапҡыр төшкө ашты олатайға сынаяҡҡа һалып биргәндәр. Ул ризыҡты ситкәрәк ҡуйырға уйлаған, сынаяҡ төшөп ватылған да ҡуйған. Килене, өйҙәге бөтә нәмәне ватаһың- емерәһең, тип әрләй икән тегене. Хәҙер мин һине лаҡандан ғына ашатасаҡмын, тип тә ҡысҡырған. Ҡарт өндәшмәгән, көрһөнөп кенә ҡуйған.
Көндәрҙән бер көндө ул менән килен малайҙарының таҡта менән булашҡанын күреп ҡалған. Атаһы:
— Нимә эшләйһең, Миша?- тип һораған.
— Мин, атай, лаҡан яһайым,-— тигән улы.—- һин дә, әсәйем дә ҡартайғас, һеҙҙе лаҡандан ашатасаҡмын.
Ир менән ҡатын бер-береһенә ҡарашҡандар ҙа илап ебәргәндәр. Уларға оло кешене рәнйеткәндәре өсөн оят булып киткән. Шунан башлап улар олатайҙы үҙҙәре менән бергә ашата, тәрбиәләп тора икән.