Ҡарһылыу ниңә һуңланы?(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

Ҡарһылыу ниңә һуңланы? ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Ҡарһылыу ниңә һуңланы?


 Бөгөн ял. Сәғәт ун икелә телевизорҙан әкиәт күрһәтә башларға тейештәр.
Гөлназ көтөп-көтөп арыны инде. Ни үҙе сәғәт һандарын белмәй. Белһә, минуттарҙы һанап тик ултырыр ине.
Шулай ҙа түҙмәне, әсәһе магазинға киткәс, будильниктың телдәрен үҙенсә әйләндерҙе лә ҡуйҙы. Шулай ваҡыт тиҙерәк үтер һымаҡ тойолдо Гөлназға... 
Эй, ҡыҙыҡ әкиәт күрһәттеләр ҙә һуң телевизорҙан. Уны һеҙгә лә һөйләп ишеттерәйек әле.
...Борон-борон заманда түгел, бөгөнгө көндәрҙә ҡарурманда йәнлектәр, зыҡ ҡубып, өтәләнеп, Яңы йыл ҡаршыларға әҙерләнә. Тейен малайы Йылғыр ҙа ашҡынып көтә байрамды. Ёлкаһын матур ҡағыҙҙарҙан үҙе яһаған алма, сейә, бәшмәк, еләк менән биҙәй. Урманда сәскә-үлән, емеш-еләк тә иҫәпһеҙ-һанһыҙ бит инде. Йылғыр уларҙың һәр береһенең һүрәтен яһап ёлкаға элә. Өҫтәлгә иң тәмле сәтләүектәрҙе, кипкән еләк- емеште теҙеп ултыртып ҡуя. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу рәхәтләнеп һыйланһын әйҙә.
Көтә Йылғыр, дүрт күҙ менән көтә. Ләкин Ҡыш бабай ҙа, Ҡарһылыу ҙа килмәй. Аҙаштылармы әллә? Йыл һайын ваҡытында бүләк өләшеп йөрөй торғайнылар ҙа баһа.
Исмаһам, Йылғырҙың әсәһе менән атаһы өйҙә юҡ. Ёлкаларҙы Яңы йыл алдынан тәртипһеҙ Бүре малайҙары урлап ҡуймаһындар тағы тип ағастарға күҙ-ҡолаҡ булырға сығып киткәйнеләр.
Ишек асылғанды көтөп ултыра торгас, Йылғыр диванда ойоп киткән. Иҙәнгә барып төшкәс, уянып сәғәткә ҡараһа, ни күҙе менән күрһен: Яңы йыл килгәнгә әллә күпме ваҡыт үткән. Йылғырҙың йоҡоһо тиҙ ҡасты. Ул, йылы йөнтәҫ тунын кейеп, саңғы тағып алды ла дуҫы Йылғыргүҙ янына елдерҙе. Ярай әле, уларҙың өйөндә ут бар. Ишектән инеү менән, Йылғыр ҡысҡырып ебәрҙе:
— һеҙгә Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай килдеме?
— һәй, беҙҙә улар әллә ҡасан булып китте инде! — тине Йылғыргүҙ, маҡтанған һымаҡ, — бына миңә бер тоҡсай сәтләүек килтерҙеләр күстәнәскә, һыйланып ултырған баш. Әйҙә, һиңә лә етерлек.
Йылғыр, күҙе ҡыҙыуҙан ни әйтергә лә белмәйенсә, ишекте шар асыҡ ҡалдырып сығып йүгерҙе. Өйҙәренә ашыҡты. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ул өйҙә юҡта килеп ҡуйһа...
Саңғыла буран уйнатып ҡайтып керһә, ысынлап та, өйҙә атаһы менән әсәһенең янында Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай ултыра.
— Ҡунаҡтар һине көтә, ә һин төнөн урам ҡыҙыраһың, — тип ҡаршыланы уны әсәһе.
Йылғыр ҡыуанысынан хатта һаулыҡ һорашырға ла онотто.
Ҡыш бабай, уны үҙенең янына саҡырып алып, арҡаһынан һөйҙө лә:
— Яңы йылда ҙур үҫ, аҡыллы бул, улым, — тип тоҡсай тотторҙо.
— Беҙҙең улыбыҙ ҙур үҫергә тырышып ҡына тора инде ул, Ҡыш бабай, — тине әсәһе. — Кейемдәрен бысратмайынса йөрөтһә лә — үҫә, ҡурсаҡтарын ватмаһа ла — үҫә.
Ҡарһылыу, Йылғырҙы байрам менән ҡотлап, Ҡыш бабайға өндәште.
— Әйҙә, олатай, киттек, өйөбөҙгә ҡайтып еткәнсе таң да атыр инде.
Уларҙың ишекте ябыуы булды, Йылғыр тоҡсайҙы аҡтарырға тотондо. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ниндәй күстәнәс килтерҙе икән? Алма! Аҡ ҡалас! Йылғыр ауыҙ итеп тә ҡараны:
— Ҡалай тәмле! Ә-лә-лә-лә... 
Бүләк тә бар! Йылғыр тоҡсайҙан, «йылп» итеп, бер тартма килтереп сығарҙы. Сәғәт, стенаға эленеп ҡуйылмалы ысын сәғәт! Ағаһы уны Йылғырҙың карауаты эргәһенә беркеткәйне, сәғәт эсендәге кәкүк осоп ҡына сыҡты ла телгә килде:
— Беләһеңме, Йылғыр, һиңә ни өсөн Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һуңлап килде?
Йылғыр, күҙен тултырып, кәкүккә ҡараны:
— Юҡ...
— Белмәһәң — бел. һәр кис һайын үҙ ваҡытында йоҡламай йөрөйһөңмө? Йөрөйһөң! Иртән тора алмайынса, балалар баҡсаһына барырға һуңлайһыңмы? һуңлайһың! Кейемдәреңде эҙләп өйөгөҙҙөң аҫтын өҫкә килтерәһеңме? Килтерәһең!
— Эй кәкүк! — тип Йылғырҙың әсәһе лә уфтанып ҡуйҙы. — Улым арҡаһында мин дә эшкә Һуңлайым.
Сәғәттәге кәкүк, һүҙем бөтмәне әле тигәндәй, башын һелкеп алды:
— Балалар баҡсаһына, мәктәпкә һуңлап йөрөгән малайҙарға, ҡыҙҙарға Яңы йыл һәр ваҡыт иң аҙаҡтан килә. Белеп ҡуй шуны.
Кәкүк сәғәт эсенә инеп китте. Йылғыр: «һинең менән тағы һөйләшәһем бар!» — тип инәлһә лә, ул кире сыҡманы.
Гөлназ, әкиәт ҡарағас, урамға сығып китте...
Иртәгеһен Гөлназ балалар баҡсаһына һуңлап барҙы. Дуҫтары, күптән иртәнгелекте ашап бөтөп, һүрәт төшөрөп ултыра ине.
— Нишләп баш буталып китте һуң әле? — тип аптыраны әсәһе. — Әллә өйҙәге сәғәтебеҙ ваҡытты дөрөҫ күрһәтмәйме икән?
Кисә Гөлназдың будильниктың телдәрен күсереп ҡуйғанын белмәй ине шул ул. Гөлназ да ҡайғырҙы: Яңы йыл байрамында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һуңлап килмәһә ярар ине.

 


2009 йыл