Ҡар һыуы. Гүзәл Ситдиҡова

Ҡар һыуы


Ҡар илатып, буҙлап, ҡыштар китә,
Еңә алмай яҙҙың ярһыуын.
Сынаяғым менән һирпеп алдым
Мөлдөрәмә тулы ҡар һыуын.
Сафтан-сафтыр тиеп, хаталандым,
Ҡар һыуҙары, баҡһаң,ҡараһыу.
Донъя үҙе кинәйәләй булыр,
Аҡ ҡарға ла хас, тип, ҡаралыу.
Алыҫ түгел умырзая ҡалҡҡан,
Таж бәбәге, ғәжәп, аҡтан-аҡ.
Ярала, тип, минән аҡлыҡ-паклыҡ
Ҡара тупраҡ гүйә маҡтана.
Ҡарала - аҡ, аҡта - ҡара юҡ, тип,
Баһалаһаң, йыһан тарайыр.
Изге тимә, Иблис тип тә әйтмә:
Бәндә күңеле - аҡ ҡар, ҡара ер.


2012