Ҡар өҫтөндәге сабый (поэма)

Ҡар өҫтөндәге сабый (Поэма)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1998 йыл, сентябрь-октябрь, Өфө.. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (148-165-се биттәр) ISBN 5-295-03798-3


Ҡар өҫтөндәге сабый


===== (Поэма) =====
“Дөйөм ятаҡта йәшәүсе талибә бәҙрәфтә балалан
бушана һәм сабыйын бишенсе ҡаттан  тимер
рәшәткәле тәҙрәнән ҡарға ырғыта.Тикшереүҙән һуң
шул асыҡлана: бала ир енесенән булып, етлегеп
тыуған һәм  ике сәғәт  үткәс, туңып үлгән…”
(газеталарҙан)


1
Сабый монологы
Миңә тынсыу, миңә һауа етмәй,
Тар ҡарындан килә ҡотолғом.
Әсәм кендегенән аҙыҡ ейеп,
Нисәмә ай бында ултырҙым.
Үҙ күҙҙәрем менән күргем килә
Яҡты Ҡояш, йәшел үләнде…

Ауырмындыр.
Мин донъяға килгәс,
Әсәкәйем генә үҙгәрһен.
Төндәр буйы бәлки иламаҫ ул
(Ҡыйын ине әсәм илаһа),
Ул йылмайыр, тулап, тибешеүсе
Ҡарынында үҙем булмаһам.

Мин әҙермен фани донъялыҡта
Әҙәм кеүек ғүмер итергә,
Үҙ юлымдан, үҙ яҙмышым менән
Тормош йомғаҡтарын һүтергә.

Әсәйемә ауыр мәлдәрендә
Терәк булыр инем, валлаһи,
Мине күргәс, бәлки атайым да
Ҡосағына килер алаһы…

Алға, алға!
Әсәй, ярҙам итсе,
Сығар мине яҡты донъяға.

Аһ! Ысҡындым бына, хәҙер, хәҙер
Тар ишектән ҡалды үтәһем,
Башым ғына һыйһын, кәүҙәм һыйыр.
Әсәкәйем, мине көтәңдер!

Бына йомшаҡ ҡулдарыңа алып,
Йылы күкрәгеңә ҡыҫырһың,

Иламасы, әсәй, мин тере бит!
Ҡыуанырһың әле ҡысҡырһам.

Ах, бына ул ирек!
Сыҡтым! Сыҡтым!

Һалҡын икән.
Әсәй, өшөнөм!
Ал тиҙерәк йылы ҡулдарыңа!
Ҡаҡ иҙәнгә ҡуйма төшөрөп.

Тәүге һулыш!
Яра күкрәгемде.
Ауыртыуға түҙмәй яр һалам.

Әсәкәйем ниңә ауыҙыма
Ҡанлы сепрәк тыға ҡарһалан?
Йоҡа ғына сепрәк киҫәгенә
Бәйләне лә алды ҡулына…

Һин илама, әсәй, мин теремен,
Бер һоҡланып баҡсы улыңа.

Тын алыуы ауыр, һаҫыҡ еҫтән
Баш әйләнә, күңел болғана.
Ҡалтыранам.
Әсәй, ура мине
Йылы ғына йомшаҡ юрғанға.

Мин кешесә әйтә белмәйем шул,
Илар инем – сепрәк ауыҙҙа,
Донъя был тиклем дә һалҡын, тиеп,
Уйламаған инем ҡарында.

Һалҡын икән фани был донъялар,
Әсәй ҡосағы ла юҡ икән…
Осам, осам һалҡын ҡотоптарға,
Ҡотоп төбө ҡайнар ут микән?!

Аҡ күбеккә сумдым.
Боҙ күбеккә.
Туңа ҡулым. Туңа аяғым.
Мең энәләр менән сәнскеләйҙәр…
Тормош тигәндәре аяуһыҙ!

Тар булһа ла ҡарын эстәрендә
Йылы ине.
Килә йәшәгем!

Үҙең тыуҙырҙың да
Үҙең ниңә
Ҡарға аттың мине, әсәйем!

Мин бит тере инем, әсәкәйем,
Туҡтап бара инде йөрәгем.
Шатлыҡ бирәм, тиеп, тыуған инем,
Артыҡ бер йән булдым, күрәһең.
Ете ағзам теүәл генә ине,
Ете көн дә йәшәй алманым.

Ҡотҡарығыҙ!
Мин кешелек ҡото!
Минең йәндә – ырыу тамғаһы.
Ата-бабаларҙың изге ҡаны
Туңып селпәрәмә килә бит!
Милләтемдең ырыу имәненең
Тамырҙары ҡорой, кибә бит!
Үҙ халҡымдың бер тамсыһы инем,
Йондоҙ булыр инем күгендә,
Инде бына һалҡын сикәм буйлап
Ҡайнар йәшем ҡарға түгелә.


Һуңғы һулыш!
Ике сәғәт буйы
Ҡар һыуығын ғына һуланым.
Белмәгәйнем, ғәзиз ғүмеремдең
Ике сәғәт кенә булырын.

Әммә…
Ике сәғәт кенә йәшәһәм дә,
Кеше инем!
Тормош яраттым.
Гонаһ ҡылып әле өлгөрмәнем,
Гонаһтарҙан ғына шаҡ ҡаттым.

Гонаһтарҙан боҙло ҡар ҡосағын
Түшәк итеп йәйҙе фанилыҡ,
Гонаһтарҙан әсәм йөрәгендә,
Юҡ, ҡан түгел бары ҡар тулы.

2
Боҙ иттеләр уның саф йөрәген –
Уйынсыҡтай күреп хистәрен.
Уйнап туйғас, атай ташлап китте,
Белгәс улы тыуыр икәнен.

Эй иланы әсәй атай киткәс,
Уға ҡушылып мин дә һыҡтаным.
Хәтеремдә, йән асыуы менән,
Минең “башҡа” уның һуҡҡаны.

Хәтеремдә, ауылына ҡайтып,
Апаһына ниҙер әйткәне,
Аҙаҡ кейемдәрен йыйып алып,
Өйҙән бойоҡ сығып киткәне…

Белә ине бит ул,
Үҙ әсәһе,
Һиҙеп ҡалһа минең барлыҡты,
Сәстәренән аҫып ҡуйыр ине.
“Эй, өләсәй!” – тауыш ҡарлыҡты.
Тауыш юҡ шул.
Ул саҡ өләсемә
Әйтер инем, аңла ҡыҙыңды,

Былай ҙа бит күпме йәшен түкте,
Минең өсөн йәне һыҙылды.

Был ауылға башҡа ҡайтманыҡ беҙ.
Хаҡлы инем әммә йәшәүгә,
Кәрәк инем бит мин кешеләргә,
Кәрәк булманым тик әсәйгә.

3
Суд килә, суд!

Аяғүрә баҫып,
Беҙҙе бөгөн ҡаршы алығыҙ.

Булған,
Буласаҡты йәшермәйсә
Ғәм алдына теҙеп һалығыҙ!

Иң-иң  ғәҙел судъя –
НАМЫҪ бөгөн!
Ә МИН үҙем –
зыян күреүсе.
Таныш түгел йөҙҙәр һүҙ алырға
Ана, сират баҫҡан түгелме?

Ғәйепләнеүсе кем?
Эйе, ӘСӘМ!
Ул ғүмерен ҡыйҙы сабыйҙың
Суд залында
Гонаһ ҡылыусыға,
Бәлки ғәҙел яза табылыр?

4
Түлһеҙ ҡатын һүҙе

Бер көн бесәй балаланы –
Өс йомарлаҡ йылы йомғаҡ…
Һыйпай-һыйпай иркәләнем –
Бына рәхәт, күмәк булғас!
Ирем кисен эштән ҡайтҡас,
Эй ҡыуаныр һеҙҙе күреп.

“Балаһыҙ йорт – ҡошһоҙ урман”.
Еңел түгел быға күнеү.

Ана, кемдер инеп килә.
Күрше ҡатын килгән икән,
“Бесәйегеҙ балалаған!
Һөйөнөстәр килгән икән!”

Өс йомарлаҡ йылы йомғаҡ –
Тере йәндәр йәмдәр бирә.
Йорт эсенә ҡояш ингән!

Ана, ирем ҡайтып килә.
Икәүләшеп бик һаҡ ҡына
Кескәйҙәрҙе күҙәтәбеҙ,

Тегеләй тот, былай тот, тип,
Бер-беребеҙгә өйрәтәбеҙ.
Әйтерһең дә, бесәй түгел,
Ә бер сабый бала тыуған!

Өйләнештек.
Тик бала юҡ.
Инде биш йыл ғүмер уҙған…

Күрше ҡатын иртәгәһен
Ни өсөндөр килгән ине.
Мине түгел, ә иремде
Күреп ниҙер әйткән ине…

Ғәзиземдең йөҙө бойоҡ,
Ҡояш ҡасты болоттарға,
Йылы һүҙҙәр ауыҙында
Шарт бикләнде йоҙаҡтарға.

Кискә “тейәп” ҡайтҡан ине –
Төнө буйы – ҡара мәхшәр…
“Бесәй генә балалатып
Ятаһың һин ниңә?” – тигән
Күрше ҡатын.

Ни хәл итеп,
Ҡыҫҡартаһың халыҡ телен?
Түлһеҙлектән ғаиләбеҙ
Тарҡалырға тейешме ни?

Көтөүлектән һыйыр ҡыуып,
Ҡайтыуыма – өйҙә бәлә!

Өс йомарлаҡ, ҡанға туҙып,
Үлеп ята көлдөксәлә…
Ә өрлөккә – инә бесәй
Аҫылғайны…

Әйтерһең дә, минең йәнем
Ҡалды арҡан ҡоршауында,
Ир ҡулында бер баланың
Йомшаҡ йылы ҡурсағындай.

Юҡ икән, юҡ!
Бала ла юҡ!
(Бер ауырға ҡалһам икән?)
Тимәк хоҙай теләмәгән.
Нисек кенә ҡалмаҡ һаман
Был йыртҡыслыҡ уртаһында?

Ә ғаилә?!
Ул бит изге.
“Йә алырбыҙ берәй сабый,
Сабыр итеп…”
Һүҙҙәремде
Тыңламаны ирем.

Ахыр
Күп тә тормай бар мөлкәтем –
Кейемемде күтәрҙем дә
Киттем.
Һары һағыш ята
Һаман минең күҙҙәремдә.

Өс йомарлаҡ йылы йомғаҡ,
Һеҙ ғәйепле түгелһегеҙ,
Ғәйеп бары тик үҙемдә –
Хоҙай биргән түлһеҙлегем.

Әгәр шунда,
Эй, һылыу ҡыҙ,
Юлдарымда осрар булһаң…
Һинең улың – минең улым

Булыр ине.
Гөл шикелле
Ғаиләбеҙ шиңмәҫ ине,
Юҡ, мин уны ер гүренә
Һис ҡасан да бирмәҫ инем.

Уға әсәй булыр ине,
Уға атай булыр ине,
Өс йомарлаҡ урынына
Бер сабыйҙы һөйөр инек…

Ғәйепләйем һине, һеңлем,
Бар түлһеҙҙәр исеменән,
Шул сәбәптән емерелгән
Ғаиләләләр йәше менән.

Моронлап та өлгөрмәйсә
Ҡан эсендә тонсоҡҡандар,
Изге ниәт,
Алһыу бәхет,
Зәңгәр хыял исеменән,
Арҡандарға аҫылған йән,
Өс йомарлаҡ исеменән!

5
Улын юғалтҡан оло ҡатын һүҙе

Нисәнсе ҡат бағам күҙҙәреңә –
Һин фотола һаман йәш көйө,
Йылмаяһың, үҙең ҡабатлайһың:

“Ҡаршылама мине йәш ҡойоп.
Тиҙҙән осрашырбыҙ. Ялға ҡайтам.
Бик һағындым һине. Көт, әсәй!”…
Һуңғы хатыңдағы ошо һүҙҙәр
Ҡайҙа барһам, шунда көтәсәк.
Нисәнсе йыл һағыш тамуғынан
Ҡотолорға сара тапмайым.

…Туҡта, ул көн бөтә ауыл көттө
Ғәзиз улҡайымдың ҡайтырын.

Һәр бер өйҙә бәлеш бешерҙеләр,
Бәйләнеләр тыуса һарыҡты,
Байрам күлдәктәре түргә сыҡты
Йылдар буйы ятҡан һандыҡтан…

Берәй эше сығып һуңлағандыр.
Аҙна үтте килер көнөнән…
Йәш һалдаттың ялға ҡайтыу мәлен
Ауыл һаман көттө төңөлмәй.

Әсә йөрәге бик һиҙгер була –
Таңдан үҙемә урын тапманым…
Хәтеремдә, улым бүләк иткән
Аҡ кәсәне төшөрөп ватҡаным.

“Хәйерлегә!” – тигән булдым, ерҙән
Ап-аҡ ярсыҡтарҙы йыйғанда,
Ә йөрәгем һулҡып-һулҡып алды,
Хәүеф-хәтәр барын тойғандай.

Ап-аҡ конверт – аҡ кәфенлек төҫө,
Ҡалтырана ҡара хәрефтәр,
“Батырҙарса” тигән һүҙҙәрҙән һуң
Кем әсәгә бәгән хәл өҫтәр?

Ирем килеп сыҡты күтәрмәгә,
Йөрәгенә ҡапты ут-хәбәр!
Бар ауылды йәшен аттымы ни?!
Һәр күңелдә бөгөн ут-хәнйәр.

Улым урынына табут ҡайтты…
Тимер йәшник кенә ни бары.
Афған, Чечня, Таджик, Кавказ аша
Башҡортостан тыңлай ил зарын.

Фоторәсем ҡалды иҫтәлеккә.
Нисәнсе ҡат уға ҡарайым.
Бер ни уңалта алмаҫ әсәләрҙең
Йөрәгендә ҡалған яраны.

Бер мин түгел, күпме әсә бөгөн
Рәсемдәргә ҡарап йәш түгә,
Күпме йәшәлмәгән йылдар ҡалған,
Күпме хыял, күпме йәш теләк?!
Аҫыл башҡорт егетенең эшен
Дауам итер бала тыуһана!

Мин илайым.
        Бер диуана ҡатын
“Балам үлде”, тиеп ҡыуана.

Ғәйепләйем  һине, йәш ҡыҙ-әсә,
Улым киләсәген үлтерҙең.
Яндырғаның өсөн быуындарҙы
Тоташтырған изге күперҙе.
Йәш сабыйҙы улы итер өсөн
Күпме ҡатын баҫҡан сиратҡа,
Сабыйыңды беҙгә бирер инең?!

Хәйер,
Уйламаның инде ул хаҡта.
Эй, ҡатындар, һеҙгә өндәшәмен,
Улым кире ҡайтмаҫ, беләмен,
Бәлки улым кеүек бер сабыйҙы

Бирерһегеҙ миңә??
Берәре
Яңылыштан тыуған сабыйын
Берүк үлтермәһен!

Ана, улым
Сәңгелдәктә ята, ҡарағыҙ…
Улым ҡайтҡан икән…
Яраһыҙ…

6
Үҙенә ҡул һалған ир йәне

Бәлки минең хаҡым юҡтыр
Һеҙҙең ише һүҙ алырға.
Ишеткәс был фәхшилекте

Теләмәнем шым ҡалырға.
Эйе, мин юҡ был донъяла,
Күптән түгел киткән инем,
Йәнем оса  һауаларҙа…

… Ирендәрем кипкән минең,
Һыу бирегеҙ, эсем яна,
Үҙем эскән ыуҙан, ана,
Көнөм төнгә күсеп бара…

Үкенмәйем киткәнемә –
Тере мәйет кемгә хәжәт.
Был һоҡланғыс Ер йөҙөндә
Йәл, бик, бик әҙ ҡалдым йәшәп.

Бала сағым хыялдары
Зәңгәр көйө, зәңгәр көйө:
Үҙ ҡулдарым менән һалдым
Тормошомдоң зәңгәр өйөн.

Юҡ, бәхетһеҙ булманым һис –
Буй еткерҙем, егет булдым,
Беләгемә ҡеүәт ҡунды,
Йөрәгемә хис-дәрт тулды.

Ил һаҡларға ебәрҙеләр
Диңгеҙ буйы сиктәренә.
Беҙҙең кәмә һыу аҫтында.
Бойороҡ юҡ күтәрергә.
Авария!
      Авария!
Фажиғәле көнөм минең.
Шунда атом нурланыуы
Електәргә үтеп инеп
Һиҙҙермәйсә, өнһөҙ генә
Һаулығымды кимергән дә,
Шап-шаҡтайҙан ғәрип яһап,
Ошо көнгә килтергән дә.

Ни ҡылғанын “шымсы” нурҙың
Белмәй инем.
           Ҡайттым илгә.

Өйләндем һәм донъя ҡорҙом.
Йән биргәнгә йүнен биргән.

Инде улым, ҡыҙым тыуыр,
Йорт һалайым һипләп кенә,
Тик кәләшем һаман түлһеҙ…
Ипләп кенә
Икебеҙҙең күңелдә лә
Борсолоуҙар арта ғына…
“Кем ғәйепле?”
Һорауҙарҙан

Ҡайтауаздар ҡайта ғына…
Табиптарҙың ишектәрен
Асып-ябып илергәйнек,
Йылы өмөт һүҙен көтөп,

Икәүләшеп тилмергәйнек,
Һуңғы һүҙен әйтте табип,
Нөктә ҡуйҙы шик-шөбһәгә,

Ғаиләбеҙ ҡалды шулай
Ултырып та ҡаҡ төпһәлә.
Яңғыҙ ҡалдым бәлә менән.
Ҡатыныма һис үпкәм юҡ.

Йәшәүемдең йәме, тәме,
Мәғәнәһе юҡ, бүтән юҡ!
Ирмен, тиеп, кәпәс кейеп,
Ни ғәм менән йәшәйем, ти.

Кәмһетелеү һаҙлығынан
Сыға алмай сәсәйем мин.
Ғәриптәрҙең  ғәрибе мин
Бар ағзам да теүәл көйө,

“Атай!” тиһә берәй сабый
Тамағыма тығыла төйөр.
Ошо һүҙҙе үҙ улымдан
Ишетмәҫкә ҡәһәтләндем.


Йәшәү – үлем!
           Үлем – йәшәү!
Ғүмере була ҡалһа йәндең,
Мин күсәйем күккә, тинем.
Фанилыҡтан мәңгелеккә…

Йылдар үткәс,
Терелермен,
Бәлки берәй сәңгелдәктә…

Йәнем күсер бер сабыйға:
Оҙаҡ итеп йәшәр инем,
Эй яратыр мине атам,
Һөйөр ине әсәм мине.

Эй бәғерһеҙ, йәнһеҙ йөрәк,
Ҡатын,
Ниңә булдың әсә?
Үҙең бар итмәгән йәндең
Ғүмеркәйен ҡыйҙың, әсә??

Мин теләмәҫ инем һис тә
Сабыйыңа йән өрөргә,
Ике сәғәт кенә йәшәп,
Юғалырға һәм үлергә…

Был сабыйға инмәҫ борон
Нисә быуат көткән ул йән
Терелергә?!
Улың түгел,
Һин тарихтың ҡотон күмгән…

Ғәйепләйем һине, һеңлем,
Мәңгелек йән исеменән!

Тормош гүзәл!
Мәйет түгел,
Тере кеше эше менән!
Минең ише “тере мәйет”
Үҙе теләп китә икән –

Бер ғәйепһеҙ сабый бала
Тар ҡәберҙе түшәк иткән.
Үлемдәр ҙә, йәшәү кеүек,
Төрлө икән.

Ғәйепләйем!
Түләгән бит хаҡын улың
Һинең гонаһ, ғәйептәрҙең.
Ғәйепләйем!

7
Балалы йәш ҡатын һүҙе

Хәтерләгем килмәй ул көндәрҙе,
Өндәшергә ҡуша выжданым,
Айҙар, йылдар түгел, әлегәсә
Тынмай йөрәгемдең һыҙлауы.

Күҙ алдымдан китмәй ҡан төйөлгән
Атай ҡарашының нәфрәте,
Ҡағылғайны уға, намыҫ түгел,
Әҙәп, тәрбиәлек зәхмәте.

Ул көн тәүгә белде (белмәһәсе?!)
Атам минең йөклө икәнде.
Сәстәремдән һөйрәп туҡмағанды,
Итек менән эскә типкәнде,

“Кәнтәй, мине хурлар өсөнмө?” – тип,
Аҡырғанын бер кем ишетмәне,
Бер әҙәм дә ул көн күрмәне.
Уҡыуымдан ялға ҡайтҡан инем.

Әсәй эштә.
         Шыңшып иланым.
Аҙбар мөйөшөндә төн үткәреп,
Бушлыҡ сәфәренә юлландым.

Хурлыҡ!
Хурлыҡ!
Атай – уҡытыусы,
Әсәй тәрбиәсе мәктәптә.
Ә ҡыҙҙары улар исеменә
Ҡара яға була, әлбиттә.

Яратҡанға мин ғәйепле инем,
Ышанғанға һөйгән йәремә,
Йөккә уҙыуымды белмәй әле,
(Әйтмәҫмен дә бәлки, кем белә?)
Сөнки уның инде кәләше бар,
Ул да бәпес көтә.
Ярай ҙа
Ни булһа ла булыр.
Хәлем етер
Бер баланы ғына ҡарарға.

Тик атайһыҙ һәм әсәйһеҙ генә
Был донъяла нисек йәшәргә?
Нисек ваз кисергә тыуған йорттан?
Оноторға ғәзиз әсәйҙе?!...

Уҡыуымдан ҡайтыуыма мине
Әсәм көтә ине бүлмәмдә.

(Уның менән хушлашмай ҙа киттем...)
Ҡатып ҡалдым тәүгә күргәндәй.
Әсәйем  дә минән баш тартырмы?
Табиптарға йүгер, тиерме?

Минең ҡәтғи яуабымды белеп,
Сығырынан сығып көйөрмө?
Бәлки…

Их, ошо һүҙ бер әкиәт булып,
Тормошома килеп инһәсе,
“Һаумы, ҡыҙым! Ниңә теге юлы
Мине күрмәй сығып китергә?
Атай һүҙе башҡа.
Кәрәк ине
Минең менән кәңәш итергә…”

Оҙаҡ һөйләштек беҙ.
Әсәкәйем
Хәлгенәмде дөрөҫ  аңланы,

Өйгә ҡайтманым мин.
Тик әсәйем
Йыш ебәреп торҙо бал-майын.

Аҙаҡ ҡына белдем, әсәй өсөн
Ни хаҡ торған миңә килеүҙәр,
Атайым бит һәр китеүе һайын,
Һәр ҡайтыуы һайын тилергән.

Ә бер көндө:
“Тыума тапҡан ҡыҙың
Кәрәк икән,
Юғал күҙемдән,
Өй тупһаһын аша атлар булма!” –
Тиеп ҡотороноп һүгенгән.

Монаятын йыйнап килде әсәй:
“Ни күрһәк тә бергә күрәйек.
Бала хаҡы өсөн,
Бер йән өсөн
Михнәттәргә генә түҙәйек.

Минең ҡан тамсыһы ул сабыйҙа,
Минең хыял, минең киләсәк.
Хаҡ Тәғәлә бәхет, шатлыҡтарҙы
Сабырҙарғы ғына бирәсәк!”

Тамуҡтарҙы үттек. Бирешмәнек.
Әсәй һәм мин,
Һәм дә бәпесем.

Уҡыуҙы ла яҡшы тамамланым,
Ыңғай ғына барҙы һәр эшем.
Ана, көмөш сәсле әсәйемдең
Уң яғында улым ултыра,

Һул яғында – минең уң ҡанатым,
Ауыр мәлдәремдә ҡулын һуҙған
Миһырбанлы йәрем, берҙән-берем –
Хаҡ терәгем – бәхетем ултыра.

Ғәйепләйем һине, әсә кеше,
Еңел йәшәргәме теләнең?
Белмәнеңме, хоҙай бәхеттәрҙе
Сабырҙарға ғына биргәнен?

Һин яңғыҙың ҡалдың ауыр мәлдә,
Үҙ әсәйең ситкә этәргән.
Ғәйебеңдең бер өлөшөн, эйе,
Миһырбанһыҙ әсәң күтәргән.

Ул да әсә кеше, тик ниңә һуң
Һанламаған хәлен ҡыҙының?
“Ҡартәс!” һүҙен инде ишетмәҫ ул.
Тыныслыҡта ғүмер уҙғарыр.

Ҡарт көнөндә, түшәктәргә ауғас,
“Һыу бир, ейәнем!” – тип саҡырыр.
Буш мөйөшкә текләп көнө үтер,
Уфтанып та төнө яҡтырыр.

Кем битараф ҡалған йәш әсәгә –
Ғәйепләйем һеҙҙе, белегеҙ,
Гонаһығыҙ һанын арттыралыр
Ғәйепһеҙ бер сабый үлеме!

8
Суд ҡарары
Баҫығыҙ, суд килә!
Баҫығыҙ!
Күңел ҡапҡаларын асығыҙ!
Ғазаптарҙы тойған, аңлағандар
Ҡылған енәйәттең асылын.

Статья менән генә үлсәмәйбеҙ
Намыҫ алдындағы гонаһты,
Әсә кеше!
Һине ғүмер буйы
Сабыйыңдың йәне оҙатһын!

Ҡайҙа барма – сабыйыңа ашыҡ.
Ҡолағыңда тауышы сыңлаһын.
Төндә төштәреңдә яфалаһын
Йырланмаған бишек йырҙары.

Сабыйың юҡ.
Тик мәңгелек йәне
Айҡай ете ҡатын күктәрҙең.
Һине ярлыҡарлыҡ сәбәптәр юҡ –
Гонаһтың иң ҙурын күтәрҙең.

Ярлыҡау юҡ һиңә, әсә кеше!
Кеше үлтереүсе бәндәһең.
Онотормон, тимә, сабыйыңды
Күмеү менән ергә кәүҙәһен.

Бәддоғаһын уҡыр уның рухы
Ете быуыныңа еткәнсе,
Ҡар өҫтәндә тыпырсынған сабый
Ҡарғыштары әсе, бик әсе…

Эпилог
Ике сәғәт йәшәп, донъя ҡуйған
Сабый ише халҡым бөтөрмө?
Күкрәгенә сабый ҡосаҡлаған,
Халҡым киләсәген һаҡлаған
Яңғыҙ ҡатындар ҙа, берәй ҡасан,
Ғәйбәт, кәмһенеүҙәр кисермәйсә,
Башын ғорур сөйөп үтерме?

Бәлки шул саҡ һалҡын ҡар өҫтөнә
Сабый кендегенән ҡан аҡмаҫ,
Яңғыҙ ҡалған әсә бәғерҙәрен
Гонаһ бысаҡтары ҡанатмаҫ!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.