Бәрәкәтле минең аш,
Нәзәкәтле минең аш –
Сәнғәтсә бешерелгән,
Эҫеләй төшөрөлгән!
Ауыҙ ит ваҡ бәлештән,
Ә ҡоймағы? Ҡаймағы?
Ҡымыҙ, буҙа, әсе ҡорот,
Итле һурпа, һалмаһы?
Һиндостан көркөмәһе,
Ғәрәбстан тмине,
Изгелеккә юрауымдың
Бисмилләһе, әмине -
Бөтәһе бар ашымда.
Бейеп торам ҡаршыңда.
Ә һин һаман ризаһыҙ,
Яҙылмай ҡуш ҡашың да?
Ә, аңлайым, һиңә кәрәк
Ябай ярым-фәберкә...
Тик уны табынға ҡуйһын
Сәнғәтсә һөйгән иркә,
Һөйәркә!